ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
4 Март 2025, 11:19

Һаулыҡты хәстәрләп

Бөгөн Федоровкалар  диспансерлаштырыу үтте

Һаулыҡты хәстәрләпҺаулыҡты хәстәрләп
Һаулыҡты хәстәрләп

Бөгөн Федоровка ауылында Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы табиптары тарафынан халыҡты диспансерлаштырыу үткәрелде. Ауыл халҡы юғары квалификациялы белгестәрҙән комплекслы тикшереү үтеү мөмкинлегенә эйә булды. 60-тан ашыу кеше был мөмкинлектән файҙаланып тикшереү үтте.

-Бөгөн Федоровка ауылында терапевт, отоларинголог, хирург, акушер-гинеколог, ультратауыш диагностикаһы табибы тарафынан халыҡты күсмә диспансерлаштырыу үткәрелде. Шулай уҡ  беҙгә Сибай медицина колледжы студенттары, буласаҡ фельдшерҙар  ярҙамға килде. Улар табиптарға пациенттарҙы тикшереүҙә һәм анализдар алыуҙа ярҙам итте. Быйыл беҙ, тәү сиратта, сәләмәтлек яғынан бик үк яҡшы күрһәткестәр булмаған, район дауаханаһына аҙ йөрөгән, өлкәндәр, хәрәкәте сикләнгән граждандар күп йәшәгән ауылдарҙа күсмә медицина тикшереүе ойошторҙоҡ. Тәүге тапҡыр асыҡланған ауырыуҙарҙы диспансер иҫәпкә алабыҙ, хәрәкәте сикләнгән кешеләрҙе өйҙәренә барып ҡарайбыҙ. Быға тиклем Татыр-Үҙәк һәм Әбүбәкер ауылдарында диспансерлаштырыу үткәрһәк, марттың икенсе яртыһында Сиҙәм ауылы биләмәһе планлаштырылған. Бындай күсмә медицина тикшереүҙәрҙең әһәмиәте ҙур,   - тине Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рәмилә Шәрипова.

Һаулыҡты хәстәрләп
Һаулыҡты хәстәрләп
Һаулыҡты хәстәрләп
Һаулыҡты хәстәрләп
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас