Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
28 Февраль 2025, 12:10

Беҙгә креатив табиптар кәрәк!

“Был районда һаулыҡ һаҡлау  үҫеше мөмкинлектәрен тағы ла нығыраҡ киңәйтәсәк”,--ти Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рәмилә Шәрипова  

Беҙгә  креатив табиптар кәрәк!
Беҙгә креатив табиптар кәрәк!

Беҙгә  креатив табиптар кәрәк!

“Был районда һаулыҡ һаҡлау  үҫеше мөмкинлектәрен тағы ла нығыраҡ киңәйтәсәк”,--ти баш табип Рәмилә Шәрипова

Кадрҙар  йәлеп итеү  “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты һәм “Һаулыҡ һаҡлауҙа беренсел звеноны үҫтереү” программаһы буйынса иң мөһим бурыстарҙың береһе.  Бөгөнгө көндә барлыҡ тармаҡтарҙағы кеүек үк  сәләмәтлекте һаҡлау системаһында ла аҡ халатлылар етмәү мәсьәләһе көнүҙәк. Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рәмилә Шәрипова менән  районда медицина кадрҙары менән эштәр нисек тороуы хаҡында  һөйләшеү алып барҙыҡ.

--Кадрҙар проблемаһы  өҫтөндә эшләйбеҙ һәм был тәү сиратта торған мәсьәлә. Бөгөнгө көндә 40-тан ашыу табип эшләй, бынан тыш, башҡа дауаханаларҙан  килгән табиптар айырым бер көндәрҙә  пациенттарҙы ҡабул итә.Урта медицина персоналы 200-ҙән ашыу кеше. Былтыр 8 медицина хеҙмәткәрен эшкә алдыҡ, улар араһында  ике стоматолог, эпидемиолог, ике педиатр, терапевт, балалар хирургы, ФАП-тарға фельдшерҙар бар.

Табиптар менән тулыланыу күрһәткесе 98%,  урта медицина персоналы--100%. 10 мең халыҡ иҫәбенә табиптар менән тәьмин ителеү (башҡа дауаханаларҙан килгән әр менән бергә) -- 19,5.  10 мең халыҡ иҫәбенә урта медицина персоналы менән  тәьмин ителеү-- 76,3. Квалификация категорияһы булған табиптар-46%,  урта медицина хеҙмәткәрҙәре--60%,--тине Рәмилә Рәхимйән ҡыҙы.

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында  буласаҡ кадрҙар менән һөйләшеү  студент эскәмйәһенән башлана. Мәҫәлән,  район хакимиәте менән берлектә  медицина университеты һәм медицина колледжын тамамлаусылар менән даими  осрашыуҙар ойошторола.

--Эйе, бер үк ваҡытта  маҡсатлы квоталар буйынса уҡыған студенттар менән эш алып барабыҙ,  район хакимиәте менән  йәшәү урыны булмаған йәш белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса ла һөйләшәбеҙ. Йорттар төҙөү маҡсатында “Ауылды комплекслы үҫтереү” программаһында әүҙем ҡатнашабыҙ, аҙаҡтан был торлаҡты һатып алыу мөмкинлеге бар. Йыл да медицина хеҙмәткәрҙәренә  бер тапҡыр бирелә торған  компенсация түләмдәре алыуға  “Ауыл докторы”, “Ауыл фельдшеры” программаһында ҡатнашыуға заявкалар бирәбеҙ. Мәҫәлән, һуңғы биш йылда 20 белгес ошо программалар буйынса түләмдәр алды”,--тине Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы.

Бөгөн  район һаулыҡ һаҡлау системаһына  дерматовенеролог, онколог, балалар эндокринологы, невролог, акушер-гинеколог,  участка педиатры, участка терапевты кәрәк, шулай уҡ фельдшер-акушерлыҡ пункттарына фельдшерҙар талап ителә.

--Беҙҙең һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында  остазлыҡ системаһы эшләй, йәғни оҙаҡ йылдар эшләгән табиптар үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша, шуға күрә йәш белгестәргә коллективҡа, эшкә өйрәнеп китеүе еңел. Кадрҙар проблемаһы булыуға ҡарамаҫтан,  беҙ был йүнәлештә маҡсатлы эш алып барабыҙ һәм  рай       он халҡын сифатлы медицина хеҙмәте менән тәьмин итәбеҙ, --тине Рәмилә Шәрипова. 

 

Һандар телендә:

Юғары уҡыу йорттарын тамамлау алдында торған студенттар менән  осрашыуҙар әүҙем алып барыла.  Йәш белгестәрҙе районға эшкә ҡайтарыу  көнүҙәк бурыстарҙың береһе. Мәҫәлән, 2018 йылдан 2024 йылға тиклем  студенттар менән  34 маҡсатлы килешеү төҙөлгән. 2024 йылда  ике белгес ( участка табип-терапевты, табип-стоматолог) районда хеҙмәт эшмәкәрлеген башлаған.

 

 

   Яҡташыбыҙ, Яңы Ергән ауылынан Альбина Рәмил ҡыҙы ярты йыл  йыл элек   Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына табип-терапевт  булып эшкә ҡайтты. Ул  маҡсатлы йүнәлтмә буйынса  Башҡорт дәүләт медицина университетын “Дауалау эше” һөнәре буйынса тамамлаған. 

--Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында тәүге хеҙмәт эшмәкәрлегемде башланым. Коллектив бик йылы ҡабул итте. Һәр йәш табипҡа хас булғанса, минең алда ла төрлө һорауҙар тыуа, бәхәсле хәлдәр ҙә килеп сыға. Уларҙы хәл итеү өсөн тәжрибәле аҡ халатлыларҙың ярҙамы кәрәк. Аҡъяр дауаханаһында  кемгә генә мөрәжәғәт итһәм дә,  табип булһынмы йәки шәфҡәт туташымы,  һәммәһе лә  ярҙамға килергә һәм һорауҙарыма яуап бирергә әҙер. Уларҙың барыһына ла  рәхмәтлемен. Тағы ла Хәйбулла районында йәш белгестәр өсөн яҡшы шарттар булдырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыр инем. Һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә, шул иҫәптән,  бер тапҡыр түләнә торған түләмдәр ҙә бар,-- ти Альбина  Бәрәкәтова.

Автор: Марьям Имангулова
Читайте нас