Хәйбулла медиктары Белорет районында Урал аръяғы зонаһының һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре араһында үткән "Зарница" уйынында ҡатнашты.
Сараны Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы коллективы ойошторҙо. Ярыштар Белорет һәм Сибай медицина округтарының туғыҙ районы командаларын берләштерҙе.
Ҡатнашыусыларға үҙҙәренең оҫталығын, зирәклеген һәм команда рухын күрһәтеп, бер нисә һынау үтергә тура килә. Бөтә ярыштар Ватанды һаҡлаусылар көнөнә, Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылына арналған.
Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының "Шайморатов вариҫтары" исемле командаһы район исеменән лайыҡлы сығыш яһаны һәм икенсе урын алды!
Ҡотлайбыҙ!