ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
25 Декабрь 2024, 08:35

Күренекле табип Айрат Таулыҡаевтың яҡты иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды

"Һаҡмар" шифаханаһына нигеҙ һалыусыға арналған сараға абруйлы шәхестең яҡындары, туғандары, хеҙмәттәштәре һәм дуҫтары йыйылды

Күренекле табип Айрат Таулыҡаев иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылдыКүренекле табип Айрат Таулыҡаев иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды
Күренекле табип Айрат Таулыҡаев иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды

Бөгөн Йәнтеш ауылында "Һаҡмар" шифаханаһына нигеҙ һалыусы, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Айрат Таулыҡаевтың иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.  Сарала абруйлы шәхестең яҡындары, туғандары, хеҙмәттәштәре һәм дуҫтары йыйылып, уның тураһында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты, һөнәри эшмәкәрлегенә оло баһа бирҙе һәм  "Һаҡмар" шифаханаһын булдырыуы өсөн рәхмәт белдерҙе. Таҡтаташты асыу хоҡуғы Хәйбулла районы Советы рәйесенең урынбаҫары Мансур Байгилдин, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рәмилә Шәрипова һәм күренекле табиптың ҡыҙы - поликлиника мөдире Гөлнара Рәхмәтуллинаға бирелде.

Айрат Рәшит улы Таулыҡаев 1953 йылдың 23 февралендә хозур тәбиғәтле Йәнтеш ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә донъяға ауаз һала.  Йәнтеш һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Аҡъяр мәктәбендә урта белем ала.  Өфөлә Башҡорт медицина институтының дауалау факультетын тамамлағас, баш ҡалабыҙҙың 11-се дауаханаһында хеҙмәт юлын башлай. Һуңынан Өфө моторҙар эшләү заводының санаторий-профилакторийында эшен дауам итә. Йәш белгестең тырышлығы, эшһөйәрлеге иғтибарһыҙ ҡалмай. Уны СССР-ҙың авиация сәнәғәтенең ышаныслы табибы итеп, Профсоюз өлкә комитетына эшкә алалар.

Баш ҡалабыҙҙа ни тиклем генә уңышлы эшләһә лә, уны тыуған тупрағы үҙенә тарта. «Уҡып сыҡһам, Һаҡмар буйында шифахана төҙөр инем», – тигән хыялы ла уға тынғылыҡ бирмәй. Шуға күрә Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Тәлғәт Солтанов саҡырғас та, йәнтөйәгенә атлығып эшкә ҡайта. Аҡъяр дауаханаһында баш табип урынбаҫары вазифаһын үтәй, физиотерапевт була, ҡан тапшырыу бүлеген етәкләй. Хыялын да бойомға ашырыуға өлгәшә ул. «Һаҡмар» шифаханаһын асыуға күп көс һала һәм уның тәүге баш табибы була.
 Айрат Таулыҡаевҡа Архангел районында ла эшләргә тура килә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә унда ла оло хөрмәт ҡаҙана. Шуға ҡарамаҫтан, «Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул»,  тигән мәҡәлде раҫлап, йәнә Аҡъяр дауаханаһына эшкә ҡайта.

Ҡатыны Гөлирә менән улдары Азатҡа, ҡыҙҙары Гөлнараға матур тәрбиә, юғары белем биреп, оло тормош юлына баҫтыралар. Атаһының юлын дауам итеп, ҡыҙҙары Гөлнара табип һөнәрен һайлаған һәм бөгөнгө көндә Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында терапевт, поликлиника мөдире булып эшләй.  Улдары Азат баш ҡалабыҙ Өфөлә йәшәй, моторҙар эшләү заводында эшләй. Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем билдәле табип үҙ һөнәренә тоғро ҡалған.

Тари­хыбыҙҙы, шәхестәребеҙҙе белергә, ғорурланырға, уларҙы ихтирам йөҙөнән хәтер­ҙә һаҡларға хаҡыбыҙ бар.  Шундай шәхестәрҙең береһе - «Һаҡмар» шифаханаһын булдырыу өсөн күп көс һалған һәм уның тәүге етәксеһе булған Айрат Рәшит улы Таулыҡаевтың исеме бөгөн мәрмәр ташта мәңгеләштерелде.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас