Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина ойошмаларында һәм уларҙың структура бүлексәләрендә медицина хеҙмәткәрҙәренең вакантлы вазифалары исемлеген раҫланы. Документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Һүҙ Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан ауылдарға, эшсе ҡасабаларға, ҡала тибындағы ҡасабаларға, йә иһә 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға эшкә ҡайтҡан табиптарға түләүҙәр тураһында бара. Бер тапҡыр бирелә торған компенсацияның күләме - 750 мең һумдан алып 1,5 миллион һумға тиклем.
Вазифалар реестрында - участка терапевы, педиатр, хирург, невролог, стоматолог, акушер-гинеколог, анестезиолог-реаниматолог, ғаилә табибы, эндокринолог, фтизиатр, офтальмолог, онколог, травматолог-ортопед, фельдшер, фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире һәм башҡалар.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғоноң тулы тексы менән бында танышырға мөмкин.