Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
22 Ноябрь , 09:24

“Тартыуҙы ташларға ине...”

Белгестәр ниндәй кәңәштәр бирә?

“Тартыуҙы ташларға ине...”
“Тартыуҙы ташларға ине...”

Күптәр тәмәке тартыу ғәҙәтенән арынырға  теләй. Әммә унан ҡотолоу юлдарының анһат булмауын да улар яҡшы белә. “Әллә нисәмә тапҡыр тәмәкене ташларға ынтылып та, уға нисек тотонғанымды һиҙмәй ҙә ҡалам”, тигәндәрҙең зарланыуын ишеткән бар. Тартыуҙы ташлағандар ҙа организмдарындағы аңлашылмаған үҙгәрештәрҙе һиҙеп, йыш ҡына яңынан элекке ғәҙәттәренә тотона. Ысынлап та, тәмәке тартыуҙан еңел генә ҡотолоуы ауыр, сөнки организмда молекуляр үҙгәртеп ҡороуҙарҙан тыш, ағзалар һәм системалар функцияһы ла, кәйеф тә үҙгәрә.

 Тәмәке тартыуҙы ташлауҙың тәүге көндәрендә үк хәл-торошонда яҡшы үҙгәрештәр күрергә теләгәндәр яңғылыша, әлбиттә. Оҙайлы йылдар дауамында тәмәке рәүешендә допинг алырға күнеккән организм күнегелгән ғәҙәтте ҡайтарырға тырышасаҡ, әлбиттә. Кеше әгәр был көс менән көрәшкеһе килһә, бындай ҡаршылыҡҡа торорға өйрәнергә тейеш. Бәхеткә ҡаршы, ихтыяр көсө булғанда зарарлы ғәҙәттән тиҙ арала ҡотолорға мөмкин. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, тәмәкене ташлаған тәүге көндәрҙә ирендәрҙә һәм ауыҙ ҡыуышлығындағы лайлалы тиресәлә шешектәр барлыҡҡа килә. Стоматит башланыуы, ауыҙ мөйөштәре сабыртыуы мөмкин. Тәүге көндәрҙә һалҡын тейҙереү, вирус эләктереү ихтимал. Йүткереү, тымау, тамаҡ ауыртыуы, сөскөрөү, конъюктивит йонсотоуы ла бар. Кисәге тәмәкеселәр, әлбиттә, был үҙгәрештәрҙе бер нисек тә тәмәкенән баш тартыу менән бәйләмәй. Ҡайһы берәүҙәрҙе барлыҡҡа килгән яңы проблемалар киренән тәмәкегә үрелергә мәжбүр итә.

Үрҙә әйтелгән һыуыҡ тейҙереү билдәләре организмдың яңы эшмәкәрлек схемаһына яраҡлашып өлгөрмәүе арҡаһында барлыҡҡа килә. Тәмәке тартыуға күнеккән иммун системаһы, даими допингты юғалтып, баҫтырыла бара, шуға күрә тәүге көндәрҙә һалҡын тейеү һағалап ҡына тора. Был күренеш тиҙ үтеп китә, ике-өс аҙнанан сәләмәтлектең һиҙелерлек яҡшырыуы күҙәтелә. Оҙайлы тәмәке тартыу стажынан һуң организм йөҙ процентҡа тергеҙелә тигән һүҙ түгел, сөнки кешенең бөтә туҡымаларында һәм ағзаларындағы үҙгәрештәр молекуляр кимәлдә бара. Гендарҙа ла һиҙелерлек тайпылыштар дауам итә, 20-30 йыл элек тәмәкенән баш тартҡан кешеләрҙә  лә күҙәнәктәр бүленеүенә һәм ДНК төҙөлөшөнә яуаплы  зарарлы гендар булыуы күҙәтелә. Шуға күрә төрлө ағзаларҙа онкология сирҙәренең баш ҡалҡытыу ихтималлығы һаҡлана. Ике аҙнанан бер айға тиклем организм тергеҙелеү осорон үтә, иң тәүҙә йөрәк- ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлеге яҡшыра, ҡан тамырҙары һығылмалыраҡ була бара, йөрәк мускулдары үҙ ҡеүәтенә эшләй башлай. Нервы системаһы тыныслана, кеше юҡҡа-барға ҡуҙғымай башлай. Тәмәке тартыуҙы ташлау осоронда алама ғәҙәттең эҙемтәләренән ҡотолоу өсөн организмды һауыҡтырыу һәм тергеҙеү буйынса айырым программа күҙәтелергә тейеш, тип иҫәпләй табиптар.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: