Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
14 Ноябрь , 08:51

Пневмония үлемгә килтереүе ихтимал

Ул һулыш алыу аппаратының мөһим өлөшөн – үпкә туҡымаһын зарарлай.

Пневмонияның үлемгә килтереүе ихтимал
Пневмонияның үлемгә килтереүе ихтимал

Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы белгестәре «Йәмәғәт электрон гәзите»нә хәүефле сир – пневмонияға ҡаршы көрәш тураһында һөйләне. Ул һулыш алыу аппаратының мөһим өлөшөн – үпкә туҡымаһын зарарлай.

Сирҙе вирустар, бактериялар һәм бәшмәктәр тыуҙырыуы ихтимал. Йыш ҡына пневмония һалҡын тейҙергәндән йәки гриптан һуң өҙлөгөү һөҙөмтәһе булып тора. Шуға күрә тын юлдары инфекциялары билдәләрен иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай, шунда уҡ табипҡа барырға кәрәк.

Ауырыуға ҡаршы көрәшеүҙең иң һөҙөмтәле ысулы – вакцинация. Пневмококк инфекцияһынан, гриптан, ҡыҙылсанан һәм быума йүтәлдән прививка яһатырға кәрәк. Улар пневмонияның ауыр формалары барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә. Айырыуса астма, диабет һәм башҡа хроник сирҙәрҙән яфаланған кешеләргә прививка эшләтеү мөһим.

Профилактика өсөн гигиенаны һаҡларға: ҡулдарҙы йыш йыуырға, йүткергәндә ауыҙҙы ҡапларға, халыҡ күп йөрөгән урындарҙа битлек кейергә кәрәк. Был инфекцияның таралыуына юл ҡуймай.

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: