Башҡортостанда диабетҡа ҡаршы көрәш аҙналығы башлана. Был хроник сир ашҡаҙан аҫты биҙе етерлек кимәлдә инсулин эшләп сығармаған йә иһә организм эшләп сығарылған инсулинды һөҙөмтәле файҙалана алмаған осраҡта барлыҡҡа килә.
11 ноябрҙән 15-нә тиклем республика поликлиникалары ҡарамағындағы сәләмәтлек үҙәктәрендә өлкәндәр һәм балалар эндокринологында, терапевта тикшереү үтергә мөмкин.
Шулай уҡ Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы һәм 4-се балалар поликлиникаһы табиптары Бөрө, Сибай, Туймазы, Мәсәғүт дауаханаларында, Күмертау ҡала дауаханаһында ҡабул итеүҙәр ойоштора, тип хәбәр итте «Башинформ»ға Республика йәмәғәтселек сәләмәтлеге һәм медицина иҫкәртеүе үҙәге белгесе Дарья Разумейкина.
Бынан алдараҡ «Башинформ» ҡышҡыһын сирләмәҫ өсөн табип кәңәштәре тураһында яҙғайны.