Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
7 Ноябрь , 16:40

Һалҡын тейеү, киҙеү миҙгеле

Был ваҡытта ауырыу йоҡтормау өсөн нимә эшләргә?

Һалҡын тейеү, киҙеү миҙгеле башланды. Был ваҡытта ауырыу йоҡтормау өсөн нимә эшләргә?
Аҡһымлы аҙыҡҡа баҫым яһағыҙ. Аҡһым етешмәү иммун системаһына етди зыян килтерә, шуға күрә рационға балыҡ, һөт ризыҡтары һәм ит индерергә тырышығыҙ.

Үҙегеҙ әҙерләгән емеш һәм йәшелсә һуттарын, сухофрукты компотын, шиповник төнәтмәһен һәм бал менән сәйҙе һайлағыҙ. Был эсемлектәр тәбиғи антиоксиданттар булып тора һәм уларҙа бик күп файҙалы матдәләр бар.

Күберәк хәрәкәт итегеҙ
Һәр физик әүҙемлек һәм бигерәк тә спорт менән шөғөлләнеү эндорфин синтезын стимуллаштыра, ул психик көсөргәнешлекте һиҙелерлек кәметә һәм стресстан ҡотолорға мөмкинлек бирә. Тир менән организмдан кәрәкмәгән токсиндар сығарыла.

Тәүлегенә кәм тигәндә 7 сәғәт йоҡларға тырышығыҙ. Шул саҡта иммунитетты нығытыуға булышлыҡ иткән мелатонин етерлек күләмдә етештереләсәк.

 

Сығанаҡ: Башдонъя

Автор:
Читайте нас: