Был аҙнала Бөрйән үҙәк район дауаханаһы пациенттарын яңы хирург ҡабул итте. Нигерия гражданы Әхмәт Овал, табип-ординатор Башҡорт дәүләт медицина университетынан Бөрйән районына стажировка үтергә килгән.
Әхмәт Овал һүҙҙәренсә, күп пациенттар уның дауаханала эшләүенә ғәжәпләнеп ҡалған.
– Ни өсөн тап бында эшкә килеүем менән ҡыҙыҡһыналар. Ғөмүмән, миңә оҡшай, рәхәт мөхит. Халыҡ изге күңелле. Барыһы ла ярҙам итеп тора, кәңәштәрен бирә, – ти Әхмәт Овал.
БДМУ ординаторы Әхмәт Овалдың һәм уның коллегаһы Оеделе Абдулазиздың Бөрйән районында стажировка үтеүе тураһында «Башинформ»ға үҙәк район дауаханаһының медицина бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы Илнур Иманғолов хәбәр итте.
– Улар студент саҡта Республика клиник психиатрия дауаханаһында, Зубов ауылындағы ковид-госпиталдә һәм туберкулезға ҡаршы диспансерҙа эшләгән. Тәжрибәләре етерлек. Әхмәд Овал – хирургия, Оеделе Абдулазиз неврология бүлегендә стажировка үтә, – тине Иманғолов.