Яҡташыбыҙ, Яңы Ергән ауылынан Альбина Рәмил ҡыҙы яңыраҡ Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына табип-терапевт булып эшкә ҡайтты. Ул маҡсатлы йүнәлтмә буйынса Башҡорт дәүләт медицина университетын “Дауалау эше” һөнәре буйынса тамамлаған. Йәштәрҙең районға ҡайтыуы оло ҡыуаныс. Йәш табипҡа ла пациенттарҙың сәләмәтлеген нығытыуҙа уңыштар теләйбеҙ.
--Альбина Рәмил ҡыҙы, табип булыуға нимә этәргес булды һәм ни өсөн нәҡ терапия йүнәлешен һайланығыҙ?
--Беренсенән, бала саҡтан табип булырға тигән хыялым булды. Сирлеләргә ярҙам итеп, аяҡҡа баҫтырыу ниәте миндә ҡыҙыҡһыныу уята ине. Икенсенән, ғаиләбеҙҙә бер ҡасан да табиптар булманы. Шуға күрә атай-әсәйемдең һәм яҡындарымдың кәрәк ваҡытта мөрәжәғәт итерлек “үҙ табибы” булыуын теләй инем.
Терапия йүнәлешен дә осраҡлы һайламаным. Сөнки ул медицина йүнәлешендә иң төп база булып һанала һәм киң спектрҙы үҙ эсенә ала. Бынан тыш, терапевтар өҫтәмә махсус белем алып, тар йүнәлешле белгестәр була ала.
--Бер кемгә лә сер түгел, хәҙер йәштәр район дауаханаһына эшкә ҡайтырға ынтылмай. Йәш белгес күҙлегенән әйтегеҙ әле, район дауаханаһында эш шарттары нисек? Һеҙ “Ауыл табибы” программаһында ҡатнашаһығыҙмы?
--Бәлки йәш белгестәрҙе ҡала ерлеге менән сағыштырғанда квалификациялы кадрҙар, бигерәк тә тар йүнәлешле белгестәр етешмәүгә бәйле район дауаханаһында эшләү ҡатмарлыҡтары ҡурҡыталыр. Был йәһәттән уйланырлыҡ урын бар, әлбиттә.
Үҙемә килгәндә, мин “Ауыл докторы” программаһында ҡатнашмайым. Әммә Хәйбулла районында йәш белгестәр өсөн яҡшы шарттар булдырылған. Уларға ярҙам күрһәтелә, шул иҫәптән, бер тапҡыр түләнә торған түләмдәр бар.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитендә уҡығыҙ.