Буласаҡ медиктар – Сибай медицина колледжының «Дауалау эше» йүнәлеше буйынса уҡыған 2-4-се курс студенттары Аҡъяр дауаханаһы белгестәре менән осрашты. Йәштәр ысын медицина практикаһы атмосфераһына сумды һәм күп яңылыҡтар белде!
Улар дауахананың төрлө медицина кабинеттарының эше менән танышыу өсөн уникаль мөмкинлек алды: функциональ диагностика, клиник лаборатория диагностикаһы, ультратауыш тикшереү кабинеттарында булдылар. Шул арала был процестың нисек барыуын күрһәтеү өсөн студенттарҙың береһенә УЗИ-ны шунда уҡ эшләгәндәр.
Шулай уҡ студенттар тәүге тапҡыр Макан ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктына барҙы. Унда улар диспансеризация нисек үткәрелеүен, ҡандағы шәкәр, холестерин һәм гемоглобин кимәлен үлсәүҙәрен белде. Шулай уҡ йәштәр бер – береһенә күҙ тонометрияһын үткәрергә маташты - был ысын мәғәнәһендә һөнәр менән яҡындан танышыу ине!
Студенттарҙа медицина ҡорамалдары менән үҙаллы эшләргә рөхсәт итеүҙәре айырыуса һоҡланыу уята. Был үҙен ысын фельдшерҙар итеп тойорға һәм табип эшендә һәр инструменттың ни тиклем мөһим булыуын аңларға мөмкинлек бирә.
Осрашыу гөрләп үтте! Бөтә ҡатнашыусылар ҙа ҡәнәғәт ҡалды һәм онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алды. Ойоштороусылар фекеренсә, бындай саралар буласаҡ табиптарға үҙ һөнәренә яҡшыраҡ әҙерләнергә һәм медицинаның практик яғы тураһында күберәк белергә ярҙам итә.