Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында юғары ҡан баҫымы менән йонсоған пациенттар өсөн Сәләмәтлек мәктәбендә занятие үткәрелде. Участка терапевты Айгөл Сынбулатова артериаль ҡан баҫымы, йөрәк һәм ҡан тамырҙарының нисек эшләүе, ҡан баҫымын нисек дөрөҫ үлсәү, кешенең йәшенә ҡарап, күпме норма булырға тейешлеге тураһында фәһемле мәғлүмәт еткерҙе.
Йәшәү рәүешенең ҡан баҫымына йоғонтоһо тураһында ла һөйләшеү булды. Бында даими күнекмәләр, дөрөҫ туҡланыу мөһим роль уйнай.
Сәләмәтлек мәктәбе занятиеһында ҡатнашыусыларҙың ҡан баҫымын үлсәп, уларға көн һайын ҡан баҫымы һөҙөмтәһен яҙып барыу өсөн махсус көндәлек бирелде. Тағы ла теләүселәр табипҡа үҙҙәрен борсоған башҡа һорауҙар менән дә мөрәжәғәт итте.