Быйыл “Сәләмәтлек поезды” республика ауылдары буйлап халыҡҡа бушлай медицина тикшереүе үткәреү маҡсатында алты маршрут буйынса юл алды.
Хәйбулла районында табиптар 11 ауылда булып, 2880 ҡабул итеү үткәрҙе. Һөҙөмтәлә 137 сир тәүләп асыҡланды, шул иҫәптән шәкәр диабеты һәм ҡан әйләнеше ауырыуҙары асыҡланды. Бындай пациенттар өҫтәмә тикшереүгә һәм дауаланыуға йүнәлтелде.
Әйтергә кәрәк, “Сәләмәтлек поезды” районда эшләүҙең һуңғы көнөндә табиптар иң оло пациент, 90 йәшлек Ғайсар Сәитовты ҡараны. Олатай оҙон ғүмерле булыу сере менән уртаҡлашты. “ Дөрөҫ туҡланыу, саф һауа һәм даими рәүештә медицина тикшереүе үтергә кәрәк”,--тине аҡһаҡал.