Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһы табиптары ҡулы тимер ҡоймаға ҡаҙалған балаға операция яһаған. Операция уңышлы үткән. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, кисә кис көнө район дауаханаһына дүрт йәшлек малайҙы килтергәндәр. Уның әсәһе әйтеүенсә, бала урамда уйнап йөрөгән саҡта ҡойма аша дуҫына инергә уйлаған, ләкин ҡолап китеп, ҡулын тимергә эләктергән.
«Хирургтар ашығыс рәүештә кескәй пациентты операция өҫтәленә һалған. Бүлек мөдире Георгий Хан сит есемде алып ташлаған һәм яраны эшкәрткән. Бөгөн малайҙың хәле ҡәнәғәтләнерлек. Ул травматология бүлегендә дауалана», — тип хәбәр итте министр.