Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
11 Сентябрь 2024, 14:55

Ауылдарҙа уңайлы шарттарҙа медицина ярҙамы күрһәтелә

Һуңғы биш йылда Хәйбулла районында һаулыҡ һаҡлау төбәк программаһы  әүҙем тормошҡа ашырыла

Ауылдарҙа уңайлы шарттарҙа медицина ярҙамы күрһәтелә
Ауылдарҙа уңайлы шарттарҙа медицина ярҙамы күрһәтелә

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рәмилә Шәрипова белдереүенсә,  һуңғы биш йылда Хәйбулла районында  медицина ойошмаларының матди-техник базаһын нығытыуға йүнәлтелгән “Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын  заманлаштырыу” төбәк  программаһы әүҙем тормошҡа ашырыла. Шуның һөҙөмтәһе булып, 2020-2023 йылдарҙа районда 12 модулле фельдшер-акушер пункты асылған. Ғәлиәхмәт, Бәләкәй Арыҫланғол, Әбеш, Татыр-Үҙәк, Әбүбәкер, Атингән,  Әҙел, Маҡан,  Федоровка,  Аҡнаҙар, Мәмбәттә ФАП-тар заманса медицина ҡорамалдары  менән йыһазландырылған.  Быйыл  тағы бер ФАП Яңы Ергәндә асыла.  Матрай табип амбулаторияһында төҙөлөш эштәре бара.

--2023 йылда күсмә ФАП килде. Бындай  фельдшер-акушер пункты фельдшерҙың 100 кешенән кәм халыҡ йәшәгән, шулай уҡ медицина хеҙмәткәре булмаған ауылдарға күсмә сығып, пациенттарҙы ҡабул итеүе өсөн тәғәйенләнгән. Аҡ халатлылар  ауылдарҙа  сирҙәрҙәрҙе  алдан асыҡлау, кәрәк булған осраҡта дауалау, ауыл ерендә  медицина күрһәтеү сифатын күтәреү йәһәтенән эшләй.  Күсмә ФАП-та  беренсел медицина тикшереүе үтергә, төрлө тикшереүҙәр өсөн белгестәргә йүнәлтмә бирелә. ФАП -- хәрәкәте сикләнгән кешеләр өсөн дә уңай.  Күсмә ФАП  график буйынса ауылдарға сыға.  Халыҡҡа мәғлүмәт еткереү өсөн социаль селтәрҙә иғландар ҡуябыҙ,  шылтыратып та әйтәбеҙ,--тине Рәмилә Рәхимйән ҡыҙы.

**

Радий Хәбиров:

--Беҙҙең республикала  һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһының матди-техник базаһын нығытыу бик әһәмиәтле тема.  Бер нисә          йыл элек  райондарға йөрөй башлағас,  фельдшер-акушер пункттарының ниндәй генә биналарҙа урынлашҡанын күрмәнем.  Мәҫәлән,  бер ФАП  Бөйөк Ватан һуғышы осоронда хәрби әсирҙәр тотолған  баракта,  икенсеһе XIX быуатта төҙөлгән бинала урынлашҡан ине.  Оҙаҡ ваҡыт был объекттарға бөтөнләй иғтибар бүленмәгән. Ә ауыл кешеләре нәҡ ФАП-тар аша медицина тураһында дөйөм фекер йөрөтә.  Шуға күрә бөтә иҫке ФАП-тарҙы алмаштырыу бурысын ҡуйҙыҡ.  Беренсел звеноларҙы заманлаштырыу программаһын  башлаған Рәсәй Президентына рәхмәтлебеҙ.  Был аҡсалата нығытылған етди документ. 2025 йылға тиклем ошо йүнәлештә эшләүгә Башҡортостан 18 млрд. һум аҡса аласаҡ.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: