Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
4 Сентябрь 2024, 16:56

Рәсәйҙә грипҡа ҡаршы прививка кампанияһы башланды

-

Рәсәйҙә грипҡа ҡаршы прививка кампанияһы башланды
Рәсәйҙә грипҡа ҡаршы прививка кампанияһы башланды

Федераль Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова Көнсығыш иҡтисади форумында грипҡа ҡаршы прививка яһау кампанияһының башланыуын иғлан итте. Грипҡа ҡаршы вакцина төбәктәргә таратылды, тип билдәләне ул. Ил халҡының — 60%, хәүеф төркөмөнә ҡарағандарҙың 75% прививка яһау планлаштырыла. Быйыл гриптың A H3N2 варианты өсөн бер компонент алмаштырылды.

«Грипты иҫкәртеү һәм вакцинация – бик мөһим. 2023 йылда грипп илебеҙгә 9 миллиард һумдан ашыу иҡтисади зыян килтерҙе. «Иҡтисади зыян» күрһәткесенә инфекцияның таралыуына ҡаршы тороу, дауалау, граждандарҙың ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлығы өсөн сығымдар һәм башҡалар ҡарай», - тине күҙәтеү ведомствоһы етәксеһе.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың артыуы хаҡында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-09-04/v-rossii-startovala-privivochnaya-kampaniya-ot-grippa-3911249

Автор:Ләйсән Закирова
Фото:Валерий Шахов, архив фотоһы
Автор:
Читайте нас: