Сибай мэры Азамат Юлдашбаев социаль селтәрҙә махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән шәфҡәт туташы хаҡында һөйләне.
«Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Вәсилә Шаһыбаловаға рәхмәт хатын ғорурлыҡ менән тапшырҙым.
Операция шәфҡәт туташы вазифаһында хәрби хеҙмәтен ул быйыл февралдән башлай. Вәсилә әйтеүенсә, ул яугирҙарҙың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн алғы һыҙыҡҡа барырға ныҡлы ҡарар ҡабул итә. Башта уға, бала табыу йортоноң шәфҡәт туташына, ауыр һәм тулҡынландырғыс була, әммә хәҙер ул үҙенең вазифа бурыстарын бик яҡшы башҡара һәм шуның менән бик ғорурлана.
Вәсилә ике бала әсәһе. Әлбиттә, улар әсәйҙәрен һағына, шул уҡ ваҡытта уның ниндәй мөһим һәм кәрәкле миссияны үтәүен аңлай.
Ҡатын-ҡыҙҙың күңеле Тыуған ил саҡырыуына яуап бирә. Ул үҙенең эше һөнәр генә түгел, ә кешеләргә хеҙмәт итеү һәм һөнәри бурыс икәнен белә.
Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм уға һаулыҡ, көс-дәрт һәм тиҙерәк өйгә ҡайтыуҙарын теләйбеҙ», — тип яҙҙы Сибай мэры.
фото:Азамат Юлдашбаевтың социаль селтәрҙәре.