Аҡъяр дауаханаһына Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Йәнекәева эш сәфәре менән килде.
Сәфәр сиктәрендә беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре тикшерелде, шулай уҡ рәсми делегация Аҡъяр поликлиникаһы эше менән танышты. Сибай медицина колледжы директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Светлана Үтәшева менән берлектә Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы базаһында медицина колледжы филиалын асыу мөмкинлеге һәм шарттары буйынса фекер алышыу булды. Был проектты тормошҡа ашырыу һәм башҡа үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре "Башҡорт баҡыры" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең персонал һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса директоры Рәмил Туҡаев менән ҡаралды.
Әйтергә кәрәк, медицина колледждарының филиалдар селтәрен булдырыу буйынса проект йәштәрҙе һөнәргә йәлеп итеү һәм медицина ойошмаларының квалификациялы кадрҙар менән тәьмин ителешен арттырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла.