🩺 Тар белгеслектәге табиптарға участка терапевты аша ғына яҙылырға мөмкин. Ни өсөн шулай – Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре яуап бирә.
Быға бер нисә сәбәп бар:
️ Терапевт – киң мәғлүмәтле табип. Бер үк билдәләр төрлө ауырыу менән сирләгәндә булырға мөмкин, терапевт, барыһын да уйлап, кәрәкле белгескә ебәрә.
Диагноз ҡуйыу һәм дауалау тактикаһын һайлау өсөн профилле белгескә өҫтәмә тикшереү һөҙөмтәләре кәрәк. Тикшереүҙәргә йүнәлтмәне терапевт яҙа.
Участка терапевтынан йүнәлтмә алыу үҙаллы дауаланыуға һәм үҙ аллы, йыш ҡына хаталы диагноз ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирә.
️ Терапевт аша яҙылыу һөҙөмтәһендә нигеҙһеҙ консультациялар һаны кәмей. Шулай итеп, тар белгеслектәге табиптарҙың ысынлап ярҙамға мохтаж пациенттар менән эшләү өсөн күберәк ваҡыты ҡала.
Табипҡа яҙылыу тураһында беҙҙең яҙмала уҡығыҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан