Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
21 Июль , 00:34

Рәсәйҙә ауылда медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам күрһәтеү параметрҙары көсәйтелә

  

Рәсәйҙә ауылда медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам күрһәтеү параметрҙары көсәйтелә
Рәсәйҙә ауылда медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам күрһәтеү параметрҙары көсәйтелә

Президент ҡушыуы буйынса хөкүмәт ғәмәлдәге «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары сиктәрендә медицина хеҙмәткәрҙәренә компенсация алыу шарттарын йомшарта.

Министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, хәҙер бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүе тураһында килешеү ғәмәлдә булған ваҡытта медицина хеҙмәткәрҙәре бер тапҡыр эш урынын алмаштырырға – шул уҡ төбәктең икенсе һаулыҡ һаҡлау ойошмаһына күсергә мөмкин.

Шулай уҡ дәүләт башлығы тәҡдиме менән яңы төбәктәрҙә ошо программаларҙа ҡатнашыусылар өсөн түләү күләме ике тапҡырға арттырылды:

 - табиптар өсөн – 2 миллион һумға тиклем,

– фельдшерҙар, акушерҙар һәм шәфҡәт туташтары өсөн – 1 миллион һумға тиклем.

Был маҡсаттарға 1 миллиард һумдан ашыу ҡаралған, шуның 350 миллиондан ашыуы – ағымдағы йылға. 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: