Учалы үҙәк ҡала дауаханаһы табиптары пациентҡа ҡатмарлы операция яһаған, тип хәбәр итте 19 июлдә «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге сәхифәһендә медицина учреждениеһының баш табибы Эльдар Ҡолғолдин.
«Коллегаларым менән ғәйәт ҙур аналыҡ миомаһына операция яһаныҡ. Пациент был шеш менән йылдар буйы йөрөй, бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итмәй, әйтерһең дә, уны үҙендә үҫтерә. Шулай проблемалар башланғансы йөрөй: ҡан ағыуы, эс ауыртыуы», — тип һөйләне табип.
Шештең ауырлығы 3 кг 100 грамм тәшкил итә. Баш табип пациенттарға даими тикшерелергә, күҙәтелергә, дауаланырға һәм һаулығығыҙға битараф булмаҫҡа кәңәш итә.
Фото:Эльдар Кулгулдин, Vk