Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
12 Июль , 23:14

Йәш белгестәр ҡайтты

Дарья Соболева Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында  табип-стоматолог һәм Айгизә Билалова Йәнтеш ауылында фельдшер булып эш башланы

Йәш белгестәр ҡайтты
Йәш белгестәр ҡайтты

Дарья Соболева Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында  табип-стоматолог һәм Айгизә Билалова Йәнтеш ауылында фельдшер булып эш башланы.

Дарья Соболева  “Табип-стоматолог” һөнәре буйынса Ырымбур дәүләт медицина университетын уңышлы тамамлап, тәүҙә Ырымбур клиник стоматология поликлиникаһында табип-стоматолог булып эшләй. Хәҙер “Ауыл докторы” программаһы сиктәрендә,  тыуған районына эшкә ҡайтты.

Айгизә Билалова  “Дауалау эше” һөнәре буйынса Ырымбур өлкәһе медицина колледжында белем алған.  Иглин район дауаханаһында тиҙ ярҙам кабинеты фельдшеры булып эшләй. Әле тәжрибә туплап, тыуған районына эшкә ҡайтты.

Йәш белгестәргә уңыштар теләйбеҙ.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: