Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
26 Июнь , 14:48

Мәүлиә Сәфәрғәлина--хирургтың уң ҡулы

 Ул Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында 36 йыл эшләй. Мәүлиә Мәхмүтйән ҡыҙының  хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу—уның бөтә ғүмере медицинаға арналған.

Мәүлиә Сәфәрғәлина--хирургтың уң  ҡулы
Мәүлиә Сәфәрғәлина--хирургтың уң ҡулы

Мәүлиә Сәфәрғәлина Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлегендә пост шәфҡәт туташы булып эшләй. Хирургияла эшләгәндәр ошо һөнәрҙең барлыҡ ҡатмарлығын һәм ғүмере ҡыл өҫтөндә торған  сирле өсөн яуаплылыҡты үҙ иңендә татый. Бигерәк тә оҙаҡ йылдар эшләгән шәфҡәт туташының һөнәри тәжрибәһе алтын бәрәбәренә. Хирургия бүлегендә эшләгән 36 йыл да күп нимә тураһында һөйләй. Мәүлиә Мәхмүтйән ҡыҙының  хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу—уның бөтә ғүмере медицинаға арналған.

--1-се Мырҙа ауылында тыуып үҫтем. Ғаиләбеҙҙә медиктар юҡ, шулай ҙа  этәргес биреүсе булды. Мансур ағайымдың кәләше, Мөршиҙә еңгәйем, фельдшер булып ауылға эшкә килде. Уның  ауырыуҙар менән һөйләшкәнен, процедуралар эшләгәнен, яраларын бәйләгәнен күрә торғайным. Ошо минең киләсәк яҙмышыма һәм һөнәремә йоғонто яһағандыр бәлки, сөнки уға тиклем медицина тураһында бер ҡасан да уйланғаным булманы. Ауыл мәктәбендә 8-се класты бөткәс, Сибай медицина училищеһына уҡырға инеп, уңышлы тамамланым. Мине, йәш белгесте, йүнәлтмә буйынса  Салауат ҡалаһына эшкә ебәрҙеләр. Өс йыл унда эшләнем. Ул йылдарҙа йәштәрҙе өйрәтеү буйынса остазлыҡ  булды. Әле лә хәтеремдә,  минең остазым, өлкән шәфҡәт туташы  Валентина Иванова ине. Һәр ваҡыт уның сменаһында эшләнем, ул бөтә һөнәри нескәлектәрҙе беҙгә өйрәтте, тәжрибә уртаҡлашты. Әгәр минең эшемә ҡарата берәй иҫкәрмә йәки етешһеҙлек  булһа, барыһын да теҙеп ҡуйып, остазымды әрләй торғайнылар. Ундай осраҡтан һуң, әлбиттә, кешене һынатмаҫҡа тырышаһың,  йүгереп йөрөп эшләйһең. Әле лә медицина өлкәһендә шундай остазлыҡ кәрәк тип уйлайым, был бигерәк тә район дауаханаларында мөһим,--тип һүҙ башланы Мәүлиә Мәхмүтйән ҡыҙы.  

Мәүлиә  Сәфәрғәлина 1989 йылда Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлегенә  шәфҡәт туташы булып эшкә килә.

--Ул саҡта алтын ҡуллы хирургтар Фаиз Таулыҡаев, Салауат Фәтхуллин, баш табип Фазылйән Ишемовтар менән эшләргә тура килде. Операция барышында уларҙан күп нимәгә өйрәндем. Операция өҫтәлендә кешене  секунд эсендә юғалтырға  мөмкин. Ә сәғәттәр буйы хирургтарҙың күпме  ауырыуҙың ғүмерен ҡотҡарыуы—үҙе бер батырлыҡ. Пост шәфҡәт туташының да эше ҡатмарлы. Хирургия бүлегенә ҡабул ителгән һәр сирлене беренсе мәлдән алып операциянан һуң шәбәйеп киткәнсе тәрбиәләү, яраһын эшкәртеү, бәйләү, хәл-торошо даими күҙәтеү һәммәһе лә урта медицина персоналы иңендә. Кәрәк саҡта  гипс та һалабыҙ,  йәрәхәтләнеп килгәндәрҙең яраһын бәйләйбеҙ. Смена һайын кемде булһа ла ҡотҡарабыҙ. Иң мөһиме, эшеңде яратырға кәрәк, бында осраҡлы кешеләр эшләй алмай,--ти юғары квалификациялы шәфҡәт туташы.

“Һөнәремде яратам. Башҡа бер ерҙә лә үҙемде күҙ алдына килтерә алмайым.  Ҡайһы ваҡыт бер нисә сәғәт операция өҫтәлендә тороп, арып ҡайтһам,  ҡайҙан булһа ла икенсе эш эҙләргә кәрәк тигән уй менән йоҡларға ятам. Иртән тороуыма, барыһы ла онотола, эшкә барғы  килә.  Хатта отпуск ваҡытында коллективымды, эшемде  һағынып сығам. Ошо 40 йылға яҡын хеҙмәтемдә, дөйөм алғанда, беҙҙең ҡулдан бик күп сирлеләр һауығып сыҡты һәм  уларҙың ихлас рәхмәт һүҙҙәре ҡанатландыра, дәрт өҫтәй. Шәбәйеп киткән пациенттарҙың йылмайыуын күреүҙе бер нимәгә лә алмаштыра алмаҫ инем”,--тип йылмая Мәүлиә Сәфәрғәлина.

Әбделкәрим һәм Мәүлиә Сәфәрғәлиндар бына тигән өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Улдары менән хаҡлы ғорурлана улар. 

Тулыраҡ мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 25-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: