Тормошта беҙгә изге һөнәр эйәләре — медицина хеҙмәткәрҙәре менән йыш осрашырға тура килә. 16 июндә аҡ халатлылар һөнәри байрамдарын билдәләй. 30 йыл ғүмерен ошо һөнәргә бағышлаған Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының паллиатив медицина ярҙамы бүлеге мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Розалия Әхтәмова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
—Розалия Таһир ҡыҙы, нимә ул паллиатив ярҙам?
—Паллиатив ярҙам — ул прогрессив ауырыуҙың һуңғы стадияһында булған пациенттарға ярҙам итеү, йәғни дауалап булмаҫлыҡ сирле пациенттарҙы ҡарау һәм симптоматик дауалау, уларҙың тормош сифатын яҡшыртыу, ауыртыуҙарын еңеләйтеү һәм башҡа проблемаларҙы хәл итеүҙә булышлыҡ күрһәтеү. Бындай бәләгә тарыған пациенттарҙың туғандарына ла ярҙам ҡулын һуҙыу мөһим. Был бик ауыр, сөнки ҡәҙерле, яҡын кешең дауалап булмаҫлыҡ ауырыуға дусар. Ҡайһы саҡтарҙа барыһы ла үтеп киткән кеүек тойола, ә сир артабан да үҫешә, көсәйә. Бындай пациенттар дауалап булмаҫлыҡ сир менән генә яфаланмай, ҡағиҙә булараҡ, улар үҙҙәре лә, туғандары ла рухи яҡтан хәлһеҙләнгән. Шәхсән үҙемә лә ошондай ауыр һынауҙар аша үтергә тура килде.
—Дауаханала паллиатив бүлек ҡасан асылды һәм унда кемдәргә ярҙам күрһәтелә?
—Беҙҙең дауаханала был бүлек 2016 йылда асылды. Ул түбәндәге категориялар өсөн тәғәйенләнде: яман шештең 3-4 стадияһы булған пациенттар; йөрәк һәм тын алыу етешмәүсәнлеге көсәйгән сирлеләр; ауыр эҙемтәле инсультты кисергәндәр; ауыр йәрәхәттәр алған пациенттар; ҡаты полиартрит менән сирләүселәр; төрлө этиологиялы ауыртыуҙы дауалауға мохтаж булғандар; химиотерапия аша үткән пациенттар (ҡайһы берҙә уны бик яҡшы үткәрмәйҙәр). 2020 йылдан ковид пневмонияһын ауыр кисергән пациенттарға ла ярҙам итә башланыҡ.
—Пациенттарҙы паллиатив бүлегенә кемдәр ебәрә?
—Табиптар комиссияһы һәм табиптар консилиумы ҡарары сығарылғандан һуң, участка терапевтары сирлене беҙҙең бүлеккә йүнәлтә. Башта уны Паллиатив пациенттар (әлегә районда уларҙың дөйөм һаны – 560 кеше) регистрына индерәләр һәм артабан беҙгә, симптоматик терапия күрһәтеү һәм өҫтөнлөклө синдромдарҙы дауалау өсөн ебәрәләр.
Тулыраҡ «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенең 13-сө һанында уҡығыҙ.