Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
14 Июнь , 11:38

Бөгөн медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә

 Аҡъяр ауылы ашығыс ярҙам бүлегенең иң тәжрибәле фельдшерҙарының береһе Кәримә Булатова бына инде 44 йыл дауамында халыҡтың сәләмәтлеге һағында.

Бөгөн медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә
Бөгөн медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә

«Ашығыс ярҙам» саҡыртыу – ул кеше һаулығы өсөн көрәш, унда һәр минут иҫәпле һәм бында фельдшерҙың тәжрибәһе мөһим. Аҡъяр ауылы ашығыс ярҙам бүлегенең иң тәжрибәле фельдшерҙарының береһе Кәримә Булатова бына инде 44 йыл дауамында халыҡтың сәләмәтлеге һағында. Бәләкәйҙән медик булырға хыялланған ҡыҙ 1980 йылда Сибай медицина училищеһын фельдшер һөнәре буйынса уңышлы тамамлағас, Нуриман районы үҙәге Ҡыҙылъяр ауылы дауаханаһына эшкә
ебәрелә һәм ашығыс ярҙам бүлегендә хеҙмәт юлын башлай. Ә 1983 йылдан бөгөнгәсә Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының тиҙ ярҙам бригадаһында фельдшер булып эшләй.

–Форсаттан файҙаланып, ауырыуҙарға ярҙам итеү кеүек еңел булмаған һөнәрҙе үҙ иткән, эштәрен яратып башҡарған коллегаларымды һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым, ғаилә именлеге,
уңыштар һәм һаулыҡ теләйем, – тип изге теләктәрен еткерҙе Кәримә Ғөбәйҙулла ҡыҙы.

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 18-се һанында уҡығыҙ.

Бөгөн медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә
Бөгөн медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: