Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
30 Май , 15:55

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында йәйгә шәп ярҙам!

Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты  дауаханаға кондиционерҙар ҡуйҙы

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында йәйгә шәп  ярҙам!
Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында йәйгә шәп ярҙам!

Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына социаль ярҙам итеү сиктәрендә, “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” предприятиеһы  Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына 3 заманса кондиционер ҡуйҙы.

Был, әлбиттә, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм пациенттар өсөн уңайлы шарттар булдыра. Кондиционерҙар бигерәк тә  дауахана бинаһының ҡояшлы яғындағы кабинеттар өсөн кәрәк. Шуға күрә уларҙы табип-оториноларингологтың ҡабул итеү бүлмәһенә, шулай        уҡ  дауахана янындағы дарыуханаға ҡуйылған, сөнки унда  препараттар өсөн тейешле температура булыуы мотлаҡ.

Сәнәғәт предприятиеһында белдереүҙәренсә,  тиҙҙән кондиционерҙар Бүребай табип амбулаторияһында ла буласаҡ. Был  предприятиеның социаль яуаплылығын һәм  табиптар өсөн уңайлы шарттар булдырыуға ынтылышын күрһәтә.

Администрация Хайбуллинского района

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: