Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
25 Май , 23:35

Өфө ауылында модулле табип амбулаторияһы төҙөлә

Яңы амбулатория 8 ауыл халҡын хеҙмәтләндерәсәк

Өфө ауылында модулле табип амбулаторияһы төҙөлә
Өфө ауылында модулле табип амбулаторияһы төҙөлә

Өфө ауылында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел звеноны яңыртыу” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, яңы модулле табип амбулаторияһы төҙөлә башланы. Амбулаторияла Өфө, Әлибай, Рафиҡ, Яңы Петровка,  Петропавловка, Первомайск, 1-се Мырҙа, Түбәнге Смаҡ ауылдары халҡына медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Дөйөм алғанда–1808 кеше, шуларҙың 348-е балалар. Яңы амбулаториянан Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына тиклем арауыҡ 43 саҡрым.

Амбулаторияла проект буйынса участка терапевты һәм участка педиатры кабинеттары ҡаралған, тағы ла процедура, прививка эшләү һәм башҡа бүлмәләр буласаҡ. Халыҡҡа медицина ярҙамы көндөҙгө  стационар шарттарында ла күрһәтеләсәк. Яңы амбулаторияла  пациенттарҙы  Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, 40 йылдан ашыу хеҙмәт тәжрибәһе булған участка педиатры Рәйфә Ҡашҡарова  ҡабул итәсәк. Табип балалар сәләмәтлеген һаҡлауға индергән намыҫлы хеҙмәте өсөн  Рәсәй Федерацияһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рәмилә Шәрипова белдереүенсә, район территорияһында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу халыҡҡа беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк. Һуңғы биш йылда районда 12 модулле фельдшер-акушер пункты төҙөлгән. Өфө ауылы зонаһында был беренсе модулле конструкция.  Табип амбулаторияһы заманса йыһаз һәм медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителәсәк.

Администрация Хайбуллинского района

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: