Профилактик саралар һам шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү генә сысҡан биҙгәгенән һаҡланырға ярҙам итә – унан вакцина юҡ. Хәүефһеҙлек сараларын иҫкә төшөрәбеҙ.
Сысҡан биҙгәгенең тәүге билдәләре:
— температураның 39-40°С-ҡа тиклем кинәт күтәрелеүе;
— бил ауыртыу;
— бәүел сығарыуҙың тотҡарланыуы (булмаҫҡа ла мөмкин);
— хәлһеҙлек;
— баш ауыртыу;
— ауыҙ кибеү.
Ошондай билдәләр һиҙһәгеҙ, шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Сирҙе үткәргән кешелә уға ҡарата ғүмерлек иммунитет барлыҡҡа килә. Сирле кеше тирә-йүндәгеләр өсөн хәүеф тыуҙырмай.
Сысҡан биҙгәгенән нисек һаҡланырға?
Ҡулдарығыҙҙы даими рәүештә, бигерәк тә ашар алдынан һәм урамдан кергәс һабын менән йыуығыҙ.
✔ Туҙан күп булған ерҙә эшләгәндә бирсәткәләр һәм респиратор йәки мамыҡ-марля битлек ҡулланығыҙ.
✅ Аҙыҡ-түлекте кимереүселәрҙән һаҡларлыҡ урында — тығыҙ ябыла торған металл һауытта һаҡлағыҙ.
✔ Кимереүселәр ашаған аҙыҡты ҡулланмағыҙ.
✅ Бары тик ҡайнатылған йәки шешәләге һыу ғына эсегеҙ.
✔ Тере йәки үлгән кимереүселәргә яланғас ҡул менән тотонмағыҙ.
✅ Бүлмәләрҙе тик дымлы йыуғыс менән һөртөп сығығыҙ, өйҙә саң күтәрмәгеҙ. Эш ваҡытында битлек һәм бирсәткәләр ҡулланырға кәрәк.
✔ Дачағыҙҙы йыйыштырғанда хлорлы йыуыу саралары менән файҙаланағыҙ. Резина бирсәткәләрҙә эшләргә кәрәк. Мебель, юрған һәм мендәрҙәрҙе ҡояшта киптерегеҙ, ә йыуылған урын кәрәк-ярағын ентекләп үтекләгеҙ.
✅ Дачалағы һауыт-һабаны ла дезинфекция саралары ярҙамында йыуырға, мөмкин булһа, ҡайнатырға кәрәк.
✔ Дача биләмәһен көнкүреш сүп-сарынан, йығылған ағас-ҡыуаҡтарҙан, ботаҡтарҙан, үҫемлек һәм ҙур габаритлы ҡалдыҡтарҙан таҙартығыҙ. Даими рәүештә кимереүселәргә ҡаршы иҫкәртеү саралары ҡулланығыҙ.
✅ Биналарға һәм ҡаралтыларға кимереүселәр инмәүен тәьмин итегеҙ.
Иҫкәртеү сараларын яҡындарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ!
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан