Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
25 Апрель , 11:02

Табиптар! Районға ҡайтығыҙ!

*

Табиптар! Районға ҡайтығыҙ!
Табиптар! Районға ҡайтығыҙ!

Башҡорт дәүләт медицина университетында студенттар менән осрашыу үтте.

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы  менән  буласаҡ табиптарҙың әңгәмәһе асыҡ диалог форматында барҙы.

  Рәмилә Шәрипова  студенттарға Хәйбулла районы, район проекттары, социаль инфраструктура,  район дауаханаһы һәм уның подразделениелары, Хәйбулла районы хакимиәте, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты,  район дауаханаһы тарафынан күрһәтелгән ярҙам саралары тураһында бәйән итте. Рәмилә Рәхимйән ҡыҙы  буласаҡ табиптарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе, Аҡъяр дауаханаһы ниндәй табип-белгестәргә мохтажлыҡ кисереүе тураһында һөйләне.

 
 
Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: