Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
1 Апрель , 20:54

Талпан энцефалитынан прививка яһау кампанияһы башлана

   

Талпан энцефалитынан прививка яһау кампанияһы башлана
Талпан энцефалитынан прививка яһау кампанияһы башлана

Башҡортостанда талпан энцефалитынан прививка яһау кампанияһы башлана, тип хәбәр итә республиканың Роспотребнадзор идаралығы. Уралда, Себерҙә, Алыҫ Көнсығышта һәм Рәсәйҙең үҙәк төбәктәрендә инфекция сығанаҡтары теркәлә.

«Был бөжәк өлкәндәрҙең һәм балаларҙың һаулығына ифрат ҙур зыян килтереүе ихтимал», - тип иҫкә төшөрҙөләр күҙәтеү ведомствоһында.

Талпан энцефалитын яҡшы иҫкәртеү сараһы - вакцинация. Роспотребнадзор талпан энцефалитына ҡаршы прививка ҡуйҙырырға һәм өс йылға бер тапҡыр ҡабаттан вакцина яһатырға тәҡдим итә. Ашығыс иммунизация схемаһы: вакцина бер ай арауыҡ менән ике тапҡыр яһала. Талпан энцефалиты таралған урынға барыр алдынан 2 аҙна элек прививка эшләтергә кәрәк. Бер йылдан һуң вакцинацияны ҡабатларға. Препараттың киләһе дозаһы өс йылдан һуң индерелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Башҡортостанда талпан энцефалиты вирусы менән зарарланыу ике тапҡырҙан ашыуға артҡан, тип хәбәр иткәйне «Башинформ». 

Фото:Олег Яровиков / «Башинформ» агентлығы архивы
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: