Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
23 Март , 10:24

Шәп беҙҙең бәләкәстәр!

Аҡъяр ауылы "Йәйғор" балалар баҡсаһынан 5 бала нәфис һүҙ, йыр, бейеү номинацияларында ҡатнашып, республика фестивалендә бик уңышлы сығыш яһаны. Кескәйҙәрҙе еңеүҙәре менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!!!

Шәп беҙҙең бәләкәстәр!
Шәп беҙҙең бәләкәстәр!

22 марта баш ҡалабыҙ Өфөлә «Биҙәк» республика милли мәҙәниәттәр фестивале үтте.
Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы, ҡала мәҙәниәт идаралығы, баш ҡаланың Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се башҡорт лицейы тарафынан ойошторолған фестиваль конкурста 18 район, 5 ҡаланан 100-гә яҡын бала ҡатнашты.

Аҡъяр ауылы "Йәйғор" балалар баҡсаһынан 5 бала нәфис һүҙ, йыр, бейеү номинацияларында ҡатнашып бик уңышлы сығыш яһанылар.

Лилиана Ильясова "Урал батыр" эпосын һөйләп тамашасыларҙы хайран ҡалдырып 1-се дәрәжә лауреат исемен яуланы (етәксеһе Й.Ф. Хәйбуллина).
Азалия Ҡусҡарбәкова менән Самира Күҫәкова  (етәкселәре: Ә.И.Сәлимова, Л.Р. Рыҫҡолова) "Әсәкәйем" йырын башҡарып, тамашасы һөйөүен яулап 1-се дәрәжә дипломына эйә булдылар.

"Беләҙегем- йөҙөгөм" бейеүен дәртле башҡарып Йәсмин Первушина һәм Дарина Юлдашбаева (етәксеһе Ә.И. Сәлимова) менән 2-се дәрәжә дипломға лайыҡ булдылар! 

Бәләкәстәрҙе ихлас күңелдән еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!!! Киләсәктә тағы ла ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһарға насип булһын. Афарин!!!

Шәп беҙҙең бәләкәстәр!
Шәп беҙҙең бәләкәстәр!
Шәп беҙҙең бәләкәстәр!
Шәп беҙҙең бәләкәстәр!
Шәп беҙҙең бәләкәстәр!
Шәп беҙҙең бәләкәстәр!
Шәп беҙҙең бәләкәстәр!
Шәп беҙҙең бәләкәстәр!
Шәп беҙҙең бәләкәстәр!
Автор:Әлиә Сәлимова. Аҡъяр ауылы “Йәйғор” балалар баҡсаһы
Читайте нас: