Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
14 Март , 16:20

2024 йылда кемгә диспансеризация үтергә кәрәк?

-

2024 йылда кемгә диспансеризация үтергә кәрәк?
2024 йылда кемгә диспансеризация үтергә кәрәк?

2024 йылда кемгә диспансеризация үтергә кәрәк? Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре яуап бирә.

Ҡағиҙә булараҡ:
- йәшегеҙ 18-ҙән 39-ға тиклем булһа, өс йылға бер тапҡыр;
- әгәр һеҙгә 40 йәш тулып уҙһа, диспансеризацияны йыл һайын үтергә кәрәк

2024 йылда диспансеризацияға 1985, 1988, 1991, 1994, 1997, 2000, 2003, 2006 йылдарҙа һәм 1985 йылға тиклем тыуғандарҙы көтөп ҡалалар. Ҡалғандар профилактик тикшереү үтә ала.

Тикшеренеү өсөн поликлиникалағы участка терапевтына йәки медицина профилактикаһы кабинетына/бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты һөҙөмтәһендә диспансеризацияның бөтә этаптары ла бушлай уҙғарыла. Тулыраҡ мәғлүмәтте карточкаларҙа ҡарағыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: