Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
7 Март , 11:16

Альбина Хәйбуллина: “Үҙ һөнәремде дөрөҫ һайлағанмын”

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының  табип-околог кабинетының юғары категориялы шәфҡәт туташы Альбина Фәнил ҡыҙы тураһында һәм уның кәңәштәрен һылтанма аша инеп уҡығыҙ

Альбина Хәйбуллина: “Үҙ һөнәремде дөрөҫ һайлағанмын”
Альбина Хәйбуллина: “Үҙ һөнәремде дөрөҫ һайлағанмын”

Альбина Хәйбуллина: “Үҙ һөнәремде дөрөҫ һайлағанмын”

--Үкенескә күрә, алты йыл инде Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында табип- онколог юҡ. Шулай ҙа бер пациент та иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Башҡа белгестәр менән берлектә, кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Ҡайһы бер пациенттар буйынса республика онкология диспансеры, Сибай ҡалаһы дауаханаһы табиптарына шылтыратам. Уларға ҙур рәхмәт,  һәр ваҡыт тыңлап,  консультация бирәләр, аңлашылмаған ваҡытта төплө кәңәштәре менән ярҙам итәләр. Ғөмүмән,  сер түгел, онкология сирлеләргә  айырым иғтибар талап ителә, уларға туғандары  менән бергәләп ярҙам итеү зарур. Ҡайһы бер кешеләр  яман ауырыу тураһында диагнозын белгәс, уларға донъя туҡтап ҡалғандай тойола, өмөтһөҙлөк һәм ауыр уйҙар баҫа. Бына шул саҡта улар менән һөйләшергә, позитив йүнәлешкә борорға,  оҙайлы дауалауға көйләргә, йәшәү  һәм сирҙе еңеүгә көс уята белергә кәрәк. Бергәләп аурыуға ҡаршы көрәшеп, һәр бер пациентым яҡын булып китә. Дауалау ваҡыта оҙаҡ булыуы ла ихтимал, улар минең кабинет аша  анализ бирәләр, тикшеренеү һәм дауалау курстары үтәләр, даими диспансер күҙәтеүҙә булалар. Һәр бер пациентта минең телефон номерым бар, теләгән ваҡытта шылтырата алалар. Барыһы ла яҡшы булһа, ауырыу шундай мәкерле сир менән көрәшеп еңһә, бергәләп шатланабыҙ. Үкенескә күрә,  илаған осраҡтар ҙа бар. Пациенттарымдан, уларҙың туғандарынан  күп рәхмәт һүҙҙәре ишетәм, тимәк, һөнәремде дөрөҫ һайлағанмын. Һәммәһенә ярҙам иткем килә, шуның өсөн дә эшләйем,--ти  тәжрибәле шәфҡәт туташы.

“Хәйбулла хәбәрҙәре” район гәзитен уҡыусыларға  медицина тикшереүҙәрен, диспансеризацияны ваҡытында үтергә кәңәш итәм.  Һаулығығыҙҙы, организмығыҙҙы күҙәтегеҙ, берәй үҙгәреш һиҙһәгеҙ, үҙ-үҙеңде дауалау менән булышмай, оҙаҡҡа һуҙмай медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итегеҙ. Һәм, әлбиттә,  сәләмәт тормош алып барығыҙ, дөрөҫ туҡланығыҙ, күберәк хәрәкәт итегеҙ, бушҡа көйәләнмәгеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ,--тине Альбина Фәнил ҡыҙы.

Мәҡәләне тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 10-сы һанында уҡығыҙ

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: