Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
27 Февраль , 15:31

Гепатоз. Ул ниндәй ауырыу?

Майлы гепатоз, бауыр стеотазы, бауыр майы дистрофияһы – был синонимдарҙың барыһы ла бер үк ауырыуҙы – бауырҙа май алмашыныу процесы боҙолоуын аңлата.

Гепатоз. Ул ниндәй ауырыу?
Гепатоз. Ул ниндәй ауырыу?

 Майлы гепатоз булған ваҡытта  ҡан менән ингән майҙар иремәй һәм бауыр күҙәнәктәренән сығып бөтмәй. Һөҙөмтәлә улар эсендә май тамсылары барлыҡҡа килә.  Ул әкренләп  бауыр шмәкәрлегенең боҙолоуына килтерә. 

Ни өсөн майлы инфильтрация тап бауырға хас?  Ул уның ҡан  капиллярҙары стенкаларының төҙөлөшөнә бәйле.  Уларҙың башҡа  ағзаларҙағы кеүек майҙы сикләүсе мембраналары юҡ. Шунлыҡтан ҡан тамырҙары буйлап ағыусы барлыҡ хиломикронды (үҙенсәлекле май тулы контейнерҙарҙы) бауыр үҙенә эләктереп ала.  Бауырҙа уларҙы эшкәртеү өсөн ферменттар етерлек, әммә  организмдың был ағзаһы нимәнәндер хәлһеҙләнгән йәки сирле булһа,  эшкәртеү ауырлаша. Бының сәбәптәре төрлөсә булыуы мөмкин. Мәҫәлән, тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы,  аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә  химик матдәләрҙең күп ҡулланылыуы һ.б.

Ҡасан барлыҡҡа килә?

Ҡайһы бер дарыуҙарҙы эскәндән һуң, мәҫәлән,  кальций каналдарын ябыусы препараттар һәм бауырға зыян килтереү хәүефе көслө булған дарыуҙар. Һуңғыларына  парацетомол, аспирин, кодеин инә. Шулай уҡ ашҡаҙан һутының кислоталылығын кәметеүсе һәм тынысландырыусы дарыуҙар ҙа килешмәүе ихтимал. Тетрациклин да бауыр өсөн зыянлы.  Ғөмүмән,  төрлө дарыу бауыр майы дистрофияһына килтереүе мөмкин. Сөнки  организм өсөн ят булған матдәләр бауырҙа тарҡала, һәм, шуға бәйле, дарыу эскәндә  бауырға өҫтәмә көс төшә. Әгәр ҙә уға    килешмәгән тәьҫир итеү дауам итә икән, ваҡыт үтеү менән быны етди проблемаларға килтерә.

Ағыуланыуҙан. Ярамаған ризыҡтан ағыуланыуҙан  булыуы мөмкин, шулай ҙа йышыраҡ бауырҙың алкоголдән ағыуланыуынан була.

Төрлө ауырыуҙарҙан: шәкәр диабетынан,  һимереүҙән, ҡалҡан биҙе эшмәкәрлегенең боҙолоуынан, ауыр йөрәк сиренән, даими ҡан баҫымы күтәрелеүҙән, ашҡаҙан-эсәк трактының хроник ауырыуҙарынан, мәҫәлән, панкреатиттан, дисбактериоздан һ.б.  Майлы гепатоз ҡайһы бер осраҡта  псориаз, подагранан да, организмда эренләү процестары барғанда ла барлыҡҡа килә.

Бауыр күҙәнәктәрендә ниндәйҙер билдәле бер ферменттарҙың дефицитына бәйле ҡайһы бер нәҫелдән килгән ауырыуҙарҙан. Мәҫәлән, Гоше ауырыуы.

Дөрөҫ туҡланмауҙан. Әйтәйек, туҡланыу рационында  аҡһым йәиһә липотроп матдәләр – холин менән метионин етерлек кимәлдә булмағанда,  холестерин норманан күп булғанда һ.б.

Асығыуҙан. Мәҫәлән, кемдер ябығыу маҡсатында асыға башлай. Шул ваҡытта  май тире аҫтындағы май күҙәнәгенән сығып ҡанға эләгә   һәм  ҡан аша бауырға килә, ә бауыр уны  эшкәртеп өлгөрмәй.  Шулай уҡ тоҙло ризыҡ ашағанда ла  ҡанда май күләме арта.

Майлы гепатоздың үҫешенә стрестар ҙа булышлыҡ итә. Был осраҡта ҡанға адреналин күп бүленеп сыға, инсулиндың секрецияһы  баҫыла һәм майҙың ҡанға эләгеүенә булышлыҡ итә.

Кешенең эш урынын да иҫәпкә алыу мөһим, сөнки ҡайһы бер  химик матдәләрҙең  гепатозға килтереүе бар. Мәҫәлән, аяҡ кейеме фабрикаларында, авиа-  һәм автомобиль төҙөлөшөндә, буяуҙар етештергән урында эшләү зыянлы булыуы ихтимал.  Ғөмүмән, сәбәбе бик күп төрлө була.

Ауырыуҙы нисек асыҡларға?

Майлы гепатоз киң таралған ауырыу, әммә уны асыҡлау еңел түгел. Уң яҡтан ауыртыу, күңел болғанып, ҡоҫҡо килеү тойғоһо күҙәтелә, арыу, баш ауыртыу кеүек билдәләр менән дә һыҙатлана. Тирелә капиллярҙарҙан йондоҙҙар барлыҡҡа килеүе ихтимал.  Ир- егеттәрҙә гепатоз йышыраҡ осрай. Был иһә алкоголде күп ҡулланыуға бәйле.

Нисек дауаларға?

Майлы гепатоз – дауалап була торған ауырыу.  Әгәр ҙә  уны тыуҙырыусы сәбәптәрҙән арынғанда, унан ҡотолорға мөмкин.

Диета тотоу мөһим. Асығырға ярамай! Көнөнә 4–5 тапҡыр бер үк ваҡытта  әҙ-әҙләп ашарға кәрәк.

Майлы, холестеринлы  ризыҡты сикләргә кәрәк, шулай уҡ  төрлө тәмләткес, аш һеркәһе, тоҙло-боросло аштар, спиртлы эсемлектәрҙе ҡулланырға ярамай.

Күберәк липотроп матдәләргә бай аҙыҡ-түлек менән туҡланырға кәңәш ителә. Уларға ҡарабойҙай, һоло ярмаһы, эремсек инә. Һөт ризыҡтары ла файҙалы, сөнки унда холин менән метионинға бай казеин аҡһымы бар. Шулай уҡ кәбеҫтә менән кориандр ҙа туҡланыу рационында ҙур урын алырға тейеш.  Витаминдар менән микроэлементтар мөһим.  Әммә улар кәрәгенән артыҡ булһа ла насар.

Дарыуҙарҙан, ғәҙәттә, 1 – 1,5 айлыҡ курс менән урсосан, холин, метионин, эссенциале тәғәйенләйҙәр. Гептралдың дарыуы ла, уколы ла берҙәй яҡшы ярҙам итә.  Шулай уҡ легалон менән липостабил файҙалы.  Галстена менән ЛИВ–52  бауыр күҙәнәктәренең структураһын тергеҙергә ярҙам итә, шулай уҡ антитоксин йоғонтоһона эйә.

Фитотерапия. Дарыу үләндәренән шиңмәҫгөл, һары мәтрүшкә, бөтнөк, артыш, ҡайын еләге, гөлйемеш, ҡара ҡарағат,  ҡайын япрағы, тырнаҡ гөлө, еҙ төймә шифалы.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:
Читайте нас: