Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
23 Февраль , 20:54

Ирҙәр сәләмәтлеге сере

 Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, үпкә яман шеше,  алкоголизм, шәкәр диабеты,  простатит һәм тире яман шеше  – ир-егеттәрҙә  иң киң таралған ауырыуҙар.     

Ирҙәр сәләмәтлеге сере
Ирҙәр сәләмәтлеге сере

Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда ла йөрәк ишемияһы, инфаркт, гипертония менән йышыраҡ ауырыйҙар.  Уларҙың сәләмәтлек менән проблемаһы ҡатын-ҡыҙҙарҙан шуныһы менән айырыла, уларҙа йөрәк ауырыуҙарынан һаҡлаусы эстрогендар юҡ.  Бынын тыш, стресҡа, нервы ауырыуҙарына тиҙерәк бирешә, тәмәке тарта һәм алкоголле эсемлектәрҙе ҡулланалар.  Быларҙың барыһы ла сәләмәтлеккә зынян ғына килтерә.

Өҫтәүенә, көслө зат вәкилдәре үҙҙәрендәге ҙур булмаған үҙгәрештәргә, ауырыуҙың тәүге билдәләренә иғтибар итеп бармай. Тик ауыртыуға түҙә алмаған осраҡта ғына улар табипҡа мөрәжәғәт итәләр. Ауыртыуға түҙеү батырлыҡ түгел.  Башланғыс стадияла асыҡланған ауырыу  күп осраҡта сирҙе    уңышлы дауалау нигеҙе булып тора.

Хатта бер ерегеҙ ауыртмаған хәлдә лә даими рәүештә табипҡа күренеп тороу зарур. Был мөһим, сөнки гипертония, шәкәр диабеты һәм башҡа ҡайһы бер ауырыуҙарҙың оҙаҡ ваҡыт бер ниндәй билдәһеҙ үтеүе ихтимал. Табип ҡына уны тәүге стадияһында асыҡлай һәм ваҡытында дауалау тәғәйенләй ала.

Ир-егеттәрҙәң сәләмәтлеген һаҡлау – ҙур иғтибар талап иткән мәсьәләләрҙең береһе.

  Дөрөҫ туҡланыу

Ярымфабрикаттар, фастфуд кеүек аҙыҡтарҙа шәкәр, тоҙ, май, яһалма өҫтәлмәләр һәм калориялар күп. Өйҙә яңы бешерелгән аҙыҡҡа өҫтөнлөк биреп, уларҙы ҡулланыуҙы сикләү дөрөҫ ҡарар булыр. Туҡланыуҙың сәләмәт нигеҙе – йәшелсә-емештәр, бойҙайҙан бешерелгән аҙыҡтар, һоро дөгө, майһыҙ ит, тиреһеҙ генә тауыҡ ите, шулай уҡ майһыҙ ғына үткәрелгән ит һәм күҙәнәклеккә бай аҙыҡ-түлек.

Физик әүҙемлек

Гипертония менән  йөрәк ауырыуҙары  бөтә Ер шарында ир-егеттәрҙең үлеменең төп сәбәбе буып тора. Физик әүҙемлек – был ауырыуҙарға юл ҡуймауҙың, йөрәк мускулын нығытыуҙың һәм дөйөм физик һәм психологик сәләмәтлекте һаҡлауҙың иң ябай һәм һөҙөмтәле ысулы. Физик күнекмәләр ир-егеткә һәр йәштә лә файҙалы. Үҙенең сәләмәтлеген  яҡшы кимәлдә тоторға тырышҡан ир-егет мотлаҡ физкультура менән шөғөлләнергә, спорт менән дуҫ убылға тейеш.

Быны иртәнге зарядканан башларға мөмкин. Көнөнә 150 минут уртаса  көсөргәнештәге физик күнегеүҙәр эшләү һәм аҙнаһына 75 минут ауырыраҡ физик күнекмәләр менән шөғөлләнеү – һәр кемдең ҡулынан килә торған эш.

Көнөнә 30 минут йәйәү йөрөү, йүгереү, йөҙөү, баскетбол, теннис һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү йөрәк-ҡан тамырҙары һәм диабет менән ауырыу хәүефен күпкә кәметә. Көнөнә бер сәғәт ваҡытын йәйәү йөрөүгә бүләгән ир-егеттәрҙә йөрәк ишемияһы ауырыуы 2 – 3 тапҡырға һирәгерәк күҙәтелә.  Ә инде аҙнаһына ике тапҡыр  мускулдарҙы нығытыуға йүнәлтелгән (мәҫәлән, гер  күтәреү йәки  турникта күтәрелеү) һаулыҡ өсөн өҫтәмә плюс ҡына буласаҡ.

Сәләмәт сантиметрҙар

Ҙур ҡорһаҡ, бил тирәләй май ултырыу –«абруй» билдәһе түгел, ә хәүефләнеү өсөн етди сәбәп. Бил үлсәме 100 сантиметрҙан ҙурыраҡ булған ир-егеттәрҙә һимереүгә бәйле килеп сыҡҡан ауырыуҙар (диабет, гипертония, инсульт) менән сирләү хәүефе бермә-бер арта.

Бил тәңгәлендә артыҡ майҙан ҡотолоуҙың иң яҡшы ысулы – туҡланыу рационының калориялылығын кәметеү һәм физик күгенеүҙәр менән күберәк шөғөлләнеү.

 Алама ғәҙәттәрҙән арыныу

Тәмәке тартҡан кеше үҙенең һаулығына ҙур зыян килтерә.  Йыш түгел, хатта көнөнә әҙ генә тәмәке тарҡан осраҡта ла, ул хроник үпкә сиренә, эмфиземаға, йөрәк ауырыуҙарына һәм яман шештең ҡайһы бер төрҙәренә килтереүе ихтимал. Тәмәке кеше ғүмерен 6 – 8 йылға ҡыҫҡарта.  Тәмәкеселәрҙең сексуаль әүҙемлеге лә күпкә түбән.  Нисә йыл тартыуыңа һәм нисә йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан, көйрәтеүҙән баш тартыу ошо ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеү хәүефен бермә-бер кәметә.

Ир-егеттәрҙең сәләмәтлеген шулай уҡ ҡаҡшатыусы тағы бер насар ғәҙәт – ул да булһа алкоголь. Үҫмер саҡта бер шешә һыранан башланған шаярыу етди эҙемтәләргә килтереүе бар. Алкоголдең организмға кире йоғонтоһо иҫ киткес.  Сирле йөрәк, цирроз, бәхетһеҙ осраҡтар, авариялар…

Тирене һаҡлау

Меланома – яман шештең иң ҡурҡыныс төрҙәренең береһе.  Был ауырыуҙан һаҡланыу өсөн ҡояштың зарарлы ультрофиолет нурҙарынан һаҡланырға кәрәк. Бының өсөн көндөң иң ҡыҙыу мәлендә  урамда йөрөргә тырышмағыҙ, тиренең асыҡ урындарына  ҡояштан һаҡлаусы кремдар һөртөгөҙ. Шулай уҡ солярийҙарға ла йөрөргә кәрәкмәй. Улар зарарлы ультрафиолет нурланыу сығанағы булып тора.

 Тағы ла ай һайын тирене яңы һәм ғәҙәти булмаған  миңдәр йәки башҡа үҙгәрештәргә тикшертеп тороу мөһим.

Сәләмәт простата

Меланома менән бер рәттән простата яман шеше ир-егеттәрҙә иң таралаған онкология ауырыуҙарының береһе. Йылдар үтеү менән простата биҙендә төрлө шеш  барлыҡҡа килеү хәүефе арта.  Бынан тыш простата биҙе ауырыуы импотенцияның сәбәбе лә була.  

  Кесе ярау иткәндә килеп тыуған һәр проблема простата ауырыуының тәүге билдәһе булыуы ихтимал. Шунлыҡтан бындай  үҙгәрештәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай, мотлаҡ табипҡа күренергә кәрәк. Махсус скрининг, ҡан анализы, простатаны тикшереү ауырыуҙы ваҡытында асыҡлап, дауалауҙы башларға ярҙам итә.  Ауырыуҙы иҫкәртеү өсөн әүҙем физик һәм енси тормош алып барырға, гигиена ҡағиҙәләрен тоторға, дөрөҫ туҡланырға һәм организмды оҙайлы өшөтөүҙән һаҡлау зарур.

Сәләмәт эсәктәр

Йыуан эсәк яман шеше – шулай уҡ ир-егеттәрҙә  йыш күәҙәтелгән онкология диагнозы. 50 йәштән алып колоректаль яман шешкә тикшереү үтеп тороу мотлаҡ. Табиптың йыуан  эсәктәге үҙгәрештәрҙе асыҡлау өсөн колоноскопия  үткәреүе ихтимал.  Ул шулай уҡ һуңынан яман шешкә әүерелеү ихтималлығы ҙур булған төйөрсәләрҙе (полиптарҙы) тикшерер.

Сәләмәт йәшәү рәүеше һәм үҙеңдең һаулығыңа, организмдағы үҙгәрештәргә иғтибарлы мөнәсәбәт – ир-егеттәр сәләмәтлегенең нигеҙе. Был хаҡта оноторға ярамай.

Фото: muzoktcrb.ru

Автор:
Читайте нас: