Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
15 Февраль , 19:10

Сабый ҙа, әсә лә иҫән!

Республика кардиология үҙәге табиптары ҡатмарлы операция үткәргән

Сабый ҙа, әсә лә иҫән!
Сабый ҙа, әсә лә иҫән!

Башҡортостан кардиология үҙәге табиптары Салауат районынан сәләмәт сабыйға донъяға килергә ярҙам иткән. Социаль селтәрҙәрҙә Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева хәбәр итеүенсә, пациент 35-се аҙнаһында ҡыҙ бала тапҡан.

«Сабыйҙың донъяға килеүенә республиканың кардиология үҙәге һәм перинаталь үҙәге белгестәре булышлыҡ итте, — тип яҙҙы ул. — Былтыр йәй уның яҙмышы тураһында яҙғайныҡ инде. Йәш ҡатынға йөклөлөктөң 7-се аҙнаһында Республика кардиология үҙәге кардиохирургтары операция яһай. Коллегалар клапанды тромбтарҙан азат итә һәм уның функцияһын тергеҙә. Табиптарҙың профессионализмы арҡаһында операция уңышлы үтә һәм йөклөлөк һаҡлана».

Хәҙер ҡатын ҡабаттан Республика кардиология үҙәге табиптары күҙәтеүе аҫтында, уға дауалау тәғәйенләнгән. Ә сабый перинаталь үҙәк табиптарының хәстәрлекле ҡулында. Тиҙҙән улар яңынан ҡушыласаҡ һәм өйҙәренә ҡайтасаҡ.

Фото:Ирина Николаева, телеграм
Сабый ҙа, әсә лә иҫән!
Сабый ҙа, әсә лә иҫән!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: