Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
15 Февраль , 15:13

Һаулыҡ һаҡлауға — төп иғтибар

Әбеш ауылы халҡының сәләмәтлеге һағында торған Рәйсә Күскилдина даими рәүештә төрлө профилактик саралар уҙғара.

Һаулыҡ һаҡлауға — төп иғтибар
Һаулыҡ һаҡлауға — төп иғтибар

"Ауыл халҡының һаулығы һағында торған Рәйсә Күскилдина даими рәүештә төрлө профилактик саралар уҙғара.Уның маҡсаты — халыҡты үҙ һаулығына яуаплы ҡарарға өйрәтеү, инфекцион булмаған, яман шеш ауырыуҙарын иҫкәртеү.
Донъя тотҡаһы булған ҡатын-ҡыҙҙар, әсәләр айырым иғтибар үҙәгендә. Сираттағы осрашыу барышында ауыл фельдшеры ҡатын-ҡыҙҙарға яман шеш ауырыуҙарының барлыҡҡа килтереүсе сәбәптәрҙе, был сирҙән ҡотолоу юлдарын ентекләп аңлатты. Ауырыуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында даими рәүештә медицина тикшеренеүе үтеп тороу кәрәклеген, ваҡытында үтелгән флюрография, УЗИ, ЭКГ, төрлө анализдар тапшырыу процедуралары сирҙе профилактикалауҙың төп нигеҙе булып тороуын иҫкәртте", - тип хәбәр итә әбештәр.

 

Сығанаҡ һәм фотолар: "Айыҡ ауыл- 2023"-Оло Әбеш ауылы

Автор:
Читайте нас: