Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
5 Февраль , 18:49

Иң яҡшы медиктар тәбрикләнде

   

Иң яҡшы медиктар тәбрикләнде
Иң яҡшы медиктар тәбрикләнде

Элек-электән беҙҙең район үҙенең эшһөйәр, талантлы кешеләре менән дан тота. Улар үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте, ижади инициативаһы, еренә һәм халҡына тоғролоғо менән яҡташтарының ғорурлығы булып тора. Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү һәм Хәйбулла районы учреждениеларының, ойошмаларының һәм предприятиеларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен дәртләндереү өсөн 2023 йылда йыл һайын үткәрелеүсе «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» муниципаль конкурсы иғлан ителә, унда конкурс комиссияһына 15 номинация буйынса 19 ғариза тапшырыла.

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының паллиатив медицина ярҙамы бүлеге мөдире Әхтәмова Розалиә Таһир ҡыҙы һәм Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының табип-онколог кабинетының шәфҡәт туташы Хәйбуллина Альбина Фәнил ҡыҙы ҙур хеҙмәт уңыштары һәм юғары профессиональ һөҙөмтәләре өсөн «һөнәре буйынса иң яҡшыһы - 2023» муниципаль конкурсының награда таҫмаһы, «Иң яҡшы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре» номинацияһында диплом һәм иҫтәлекле бүләк менән билдәләнде.   Ҡотлайбыҙ!

Тулыраҡ мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 7-се һанында уҡығыҙ.

Иң яҡшы медиктар тәбрикләнде
Иң яҡшы медиктар тәбрикләнде
Иң яҡшы медиктар тәбрикләнде
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: