Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
4 Февраль , 09:29

Үҙ белдегең менән дауаланһаң...

 Ҡатын тын ала алмай башлағас ҡына  сараһыҙҙан дауаханаға килергә баҙнат итә...

Үҙ белдегең менән дауаланһаң...
Үҙ белдегең менән дауаланһаң...

 Күмертау ҡала дауаханаһы хирургтары  62 йәшлек ҡатындың түллегенән 30 литр күләмендәге шеште алып ташлаған. Пациент биш йыл буйына табиптарға күренеп тормайынса ғына үҙ белдеге менән дауаланырға булған. Тын ала алмай башлағас һәм ултырған көйө генә йоҡлай алыу мөмкинлеге тыуғас, ул сараһыҙҙан дауаханаға килә. Был хаҡта UFA.AIF.RU материалында таныштыҡ.

Ҡала дауаханаһы хирург-онкологы Рәмис  Собханғолов әйтеүенсә, күп йылыҡ хеҙмәтендә бындай ғибрәтле хәл менән тәү тапҡыр осрашҡан. “Ҡатынды райондан ҡыҙы килтерҙе. Пациент тын ҡыҫылыуына, эсе ауыртыуына, аяҡтары шешенеүенә зарланды. Уға йөрөүе бик ауыр, ятыуы ла, хәрәкәтләнеүе лә, йоҡлауы ла яйһыҙ. Ул ултырған килеш йоҡлаған, үҙе бик ябыҡҡан. Ни өсөн табиптарға мөрәжәғәт итмәгәнен һораштыҡ. Уның әйтеүенсә, шеш йәшәргә  ҡамасаулаған, әммә бындай уҡ дәрәжәлә ауыр  булмаған. Һуңғы йылдарҙа ҡатын ҡайын ороһо (чага) төнәтмәһе эскән”, ти табип. Пациентты шунда уҡ онкология бүлексәһенә һалғандар. Табиптарҙың әйтеүенсә, шеш бындай хәлгә еткәнсе сама менән биш йыл үткән булырға тейеш. Әгәр ҡатын даими рәүештә гинекологҡа йөрөһә, сире тураһында күпкә иртәрәк белер  һәм бындай эҙемтәләргә дусар булмаҫ ине. Бындай күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн иң ябай юл – кәм тигәндә йылына бер тапҡыр булһа ла медицина учреждениеһына килеп кәңәшләшеү.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: