Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
1 Февраль , 16:56

Хәйбулла районынан 5 йәшлек сабыйҙы Мәскәүҙә дауалағандар

     

Хәйбулла районынан 5 йәшлек сабыйҙы Мәскәүҙә дауалағандар
Хәйбулла районынан 5 йәшлек сабыйҙы Мәскәүҙә дауалағандар

Башҡортостандан биш йәшлек малай федераль үҙәктә юғары технологиялы дауалау алған. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, сабый диагнозды аныҡлау өсөн Аҡъяр үҙәк район дауаханаһынан Республика балалар клиник дауахнаһына оҙатылған. Уның температураһы 40 градусҡа тиклем күтәрелә, быуындары ауырта һәм тәнендә сәбертеүҙәр барлыҡҡа килә. Ревматология бүлегендә комплекслы тикшереүҙәрҙән һуң уға алдан диагноз ҡуйыла: ювениль артрит, бынан тыш, яман булмаған шеш барлыҡҡа килеүе асыҡлана.

«Тәүге тапҡыр асыҡланған шеш арҡаһында артритты дауалау ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы, шуға күрә Республика балалар клиник дауахнаһы табиптары Мәскәүҙә балалар һаулығы ғилми-тикшеренеү үҙәге менән телемедицина консультацияһы үткәрҙе, уның һөҙөмтәләре буйынса бала федераль үҙәккә ебәрелде һәм унда ген-инженер биологик препарат менән стационар юғары технологиялы медицина ярҙамы алды», — тип хәбәр иттеләр министрлыҡта.

Дауалау һөҙөмтәһендә уның хәле күпкә яҡшыра, температураһы нормалләшә, быуындарҙағы сәбертеүҙәр һәм ауыртыу юҡҡа сыға, хәле яҡшыра. Әлеге ваҡытта сабый Башҡортостанға ҡайтҡан, унда йәшәгән урынында амбулатор күҙәтеүҙе һәм дауалауҙы дауам итәсәк.

фото:Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: