Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
1 Февраль , 21:24

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы «Телеграм»да чат булдырған

    

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы  «Телеграм»да чат булдырған
Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы «Телеграм»да чат булдырған

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында медицина ойошмаһы эшенең ойоштороу мәсьәләләрен оператив хәл итеү өсөн «Телеграм» мессенджерында чат булдырылған: https://t.me/akyarskaya_crb.

Район халҡы табипҡа яҙылыу, табипты өйгә саҡырыу, поликлиникаларҙа сират, тикшереү, норматив документтарҙы аңлатыу һәм башҡа мәсьәләләр буйынса һорауҙар бирә ала, ә медицина учреждениелары вәкилдәре уларға яуап бирәсәк.

Шуны билдәләп үтәйек, чатта  дауалау тәғәйенләнешен һәм медицина кәңәштәрен буйынса һорауҙар бирергә ярамай.

Автор:
Читайте нас: