ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
29 Ғинуар 2024, 16:29

Хирург ике миҙал менән бүләкләнгән

   

Хирург ике миҙал менән бүләкләнгәнХирург ике миҙал менән бүләкләнгән
Хирург ике миҙал менән бүләкләнгән

Һәр дәүерҙең үҙ геройҙары бар. «Өфө» позывнойлы өлкән лейтенант Рәсәй президентының награда указында ике тапҡыр телгә алынған, тип хәбәр ителә «Башҡорт батальоны»телеграм-каналында.

Әйтәйек, Черниковка дауаханаларының береһендә ковид-госпиталь эшен яҡшы ойошторған һәм ғүмерҙәрҙе ҡотҡарған өсөн ул Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнгән.

2022 йылдың көҙөндә ул өлөшләтә мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға киткән. Яуҙа ул үҙенең полкының медицина пункты етәксеһе итеп тәғәйенләнгән.

«Һәләк була яҙғандарҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы тураһында күптән түгел генә билдәле булды. Указға 2023 йылда ҡул ҡуйылған.

«Бер ваҡыт көндөҙ операция бүлмәһенә ингәйнем, тәүлек үткәс кенә сыҡтым, — шулай тине хәрби хирург үҙенең профессиональ һәм хәрби батырлығы тураһында. — Өйгә ҡайтҡас, яратҡан эшем — лапароскопик хирургия менән шөғөлләнергә хыялланам».

Фото:«Башҡорт батальоны» телеграм-каналы.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас