Сәләмәтлеккә өндәү өсөн узеңә лә әүҙем булыу кәрәклеген яҡшы аңлай Әбеш ауылы халҡының һаулығы һағында тороусы Рәйсә Рәйес ҡыҙы Күскилдина.
Айыҡ, сәләмәт тормош яҡлы булған ауыл халҡының фельдшеры 1999 йылдан алып көн һайын Вәзәм- Әбеш арауығындағы өс саҡрым араны йәйәүләп үтә. Төшкө аш мәлендә лә ул " һә" тигәнсе Вәзәмгә ҡайтып килә.
Хатта бөгөнгө кеүек сатлама һыуыҡтар ваҡытында ла Рәйсә Рәйес ҡыҙы яратҡан эшенә ашыға. Үҙ эшен яратып, яуаплы башҡарған фельдшерҙы ауыл халҡы ла һәр ваҡыт көтөп ала, ихтирам итә.
Әбештәрҙең һаулығы ышаныслы ҡулдарҙа. Үҙе лә һәр саҡ шулай сәләмәт, әрһеҙ булып ҡалһын беҙҙең "ауыл докторы"!
#Айыҡауыл2023
#Трҽзвоҽсҽло2023