ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
9 Ғинуар 2024, 16:15

Ҡатмарлы операциялар уңышлы үткән

Әлеге ваҡытта пациенттар дауахананан сығарылған

Ҡатмарлы операциялар уңышлы үткәнҠатмарлы операциялар уңышлы үткән
Ҡатмарлы операциялар уңышлы үткән

Баш ҡалабыҙ Өфөлә 21-се ҡала дауаханаһы хирургтары ике пациенттың муйынына операцияларҙы уңышлы үткәргән.

Муйындың ситке кистаһы йәки бранхиоген шеш — тыумыштан килгән яман шеш, ул яралғының дөрөҫ үҫешмәүе арҡаһында барлыҡҡа килә.  Уны кешегә 20 йәше тулғандан һуң, киста ҙурайғандан һуң күрергә мөмкин.

«Киста ҙурайыуы арҡаһында пациенттарҙың тамағы шылған һәм йотоу һәләте боҙолған, — тип асыҡлыҡ индерҙеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. — Дауалау хирургик юл менән, йәнә ҡабат барлыҡҡа килеүгә юл ҡуймау өсөн кисталарҙы тамырынан алып атҡарылды. Операция кистаның иң ҙур, яҡын урынлашҡан ҡан тамырҙары һәм артериялары янында урынлашыуы арҡаһында техник яҡтан ҡатмарлы була».

Әлеге ваҡытта пациенттар дауахананан сығарылған. 

фото:Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Ҡатмарлы операциялар уңышлы үткән
Ҡатмарлы операциялар уңышлы үткән
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас