

Әҙ һөйләр, күп эшләр доктор Айболит
Табиптарҙың табибы беҙҙең Әбеш ауылында эшләй. Әбеш ауылынан Айбулат Фәтих улы теш һыҙлауы тураһында бөтәһен дә белә, белә генә түгел дауалай ҙа.
Теш һыҙлауын әҙәм белмәҫ ауырыу тейҙәр. Ә бына Айбулат Фәтих улы теш һыҙлауы тураһында бөтәһен дә белә, белә генә түгел дауалай ҙа. Әҙ һөйләр күп эшләр тап доктор Айболит (халыҡ уны шулай йөрөтә) тураһында әйтелгән. Теш һыҙлауына түҙә алмай стоматология кабинетына килгән балалар ҙа, ололар ҙа табиптың шифалы ҡулдары дауалағандан һуң, ҡыуанып килеп сығалар. Ипле, яғымлы, үҙ эшенең оҫтаһы Айбулат Фәтих улының даны йыраҡтарға таралған.
#ТрезвоеСело2023
#АйыҡАуыл2023