Башҡортостанда баш һөйәге йәрәхәтләнгән ауырыуҙар өсөн реабилитация үҙәге төҙөү мөмкинме? Ошондай һорау улы менән әлеге ваҡытта дауаханала ятҡан атайҙан республика Башлығына «тура бәйләнеш» кә килде.
«Әгәр мәсьәлә балаларға ҡағылһа, «Салют» реабилитация үҙәген тамамлаясаҡбыҙ. Киләһе йылда тапшырабыҙ. Был бик ҙур үҙәк, 40 мең квадрат метр самаһы. Беҙҙә реабилитация үҙәктәре бар», — тип яуапланы Радий Хәбиров Һәм Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллинға әлеге мәсьәлә менән шөғөлләнергә ҡушты.