Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш» кә һаулыҡ һаҡлау темаһы буйынса һорау килде. Атап әйткәндә, республика халҡын Башҡортостан башлығының табиптарға (11 500 һум), фельдшерҙарға (7 000 һум) һәм ашығыс медицина ярҙамы водителдәренә (12 000 һум) бирелгән социаль түләүҙәр тураһындағы указының ғәмәлдә булыу мөҙҙәтен оҙайтыу мәсьәләһе борсой. Уның мөҙҙәте 2023 йылдың 31 декабрендә тамамлана.
Был һорауға Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин яуап бирҙе. Республика бюджетында тейешле финанстар тулы күләмдә һалынған, тип хәбәр итте ул.