ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
10 Ноябрь 2023, 09:16

Өфө табиптары баланың эйәгендәге пуляны алған

   

Өфө табиптары баланың эйәгендәге пуляны алғанӨфө табиптары баланың эйәгендәге пуляны алған
Өфө табиптары баланың эйәгендәге пуляны алған

Өфөнөң 17-се балалар дауаханаһы хирургтары 12 йәшлек малайҙан тимер пуляны алып ташлаған. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, үҫмер ике ай буйына эйәге шешеп йөрөгән. Аҙаҡ ҡына ата-әсәһе табиптарға мөрәжәғәт иткән. Хирургтар баланың эйәгендәге ят есемде операция юлы менән алған.

Хәҙер уҡыусының хәле яҡшы, ул өйөндә. Малайға пуляның нисек эләгеүе тураһында мәғлүмәт юҡ.

Фото:Айрат Рәхмәтуллин, телеграм-канал
 
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас