ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
9 Октябрь 2023, 14:13

Уңыштар һеҙгә, Венера Ильяс ҡыҙы!

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының офтальмологы Венера Айҙашева -  үҙ эшенә яуаплы ҡараған белгес.  Белемле, тәжрибәле, ярҙамсыл күҙ табибын район халҡы ла, хеҙмәттәштәре лә ихтирам итә.

Уңыштар һеҙгә, Венера Ильяс ҡыҙы!Уңыштар һеҙгә, Венера Ильяс ҡыҙы!
Уңыштар һеҙгә, Венера Ильяс ҡыҙы!

Венера Айҙашева 2023 йылдың 11 сентябренән Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында табип офтальмолог булып эшләй. Шуға ҡарамаҫтан күп кенә хәйбуллалар уның менән күптән таныш, был аңлашыла ла - белгес офтальмология һөнәре буйынса үҙенең профессиональ эшмәкәрлеген ҡасандыр тап Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында башлай.

Венера Ильяс ҡыҙы 2004 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын «Дауалау эше» һөнәре буйынса тамамлап, Баймаҡ ҡалаһының үҙәк ҡала дауаханаһында терапия буйынса интернатура үтә. 2006 йылда офтальмология буйынса беренсел махсуслашыу үткәндән һуң Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында табип-офтальмолог булып эшләй. 2012-2017 йылдарҙа хеҙмәт юлын Йылайыр үҙәк район дауаханаһында дауам итә. 2017-2020 йылдарҙа Ханты-Манси автономиялы округының Сургут ҡала поликлиникаһында эшләй. 2020 йылдың авгусынан Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының өлкәндәр поликлиникаһында эшләй, бер үк ваҡытта ял көндәрендә Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы пациенттарын ҡабул итә. 

Венера Ильяс ҡыҙына эшендә тик уңыштар ғына юлдаш булһын!

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас